Йәмғиәт
29 Апрель 2019, 10:34

Иң таҙа райондар ҡайҙа?

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә беренсе кварталға йомғаҡ яһап, иң таҙа райондарҙы әйттеләр.

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә беренсе кварталға йомғаҡ яһап, иң таҙа райондарҙы әйттеләр.


Райондарҙы өс төркөмгә бүлгәндәр: “йәшел”, “һары” һәм “ҡыҙыл”. Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, әлегә "ҡыҙыл" төркөмгә эләккән райондарҙы әйтмәй торалар.


Рейтингты билдәләгәндә ике шартҡа нигеҙләнгәндәр: беренсенән, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын дөйөм күләмдә утилләштереү, икенсенән, сүп-сарҙы айырым туплау һәм йыйыуҙа йәлеп ителгән халыҡ һаны буйынса.


Әле “йәшел” төбәккә 15 муниципалитет ингән: Әлшәй, Бөрйән, Ғафури, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Миәкә, Нуриман, Шаран, Бәләбәй, Бөрө, Яңауыл райондары һәм Нефтекама, Октябрьский ҡалалары.

Рәмилә МУСИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас