Башҡортостан
-18 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
30 Апрель 2019, 15:51
Анһат аҡса эшләгең киләме?
Кемдең анһат ҡына аҡса эшләгеһе килмәһен! Тап шундайҙар "АлтынКапитал" микрофинанс ойошмаһы ауына эләгеп алдана ла инде. Уны Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 34 йәшлек ир төҙөгән.
Кемдең анһат ҡына аҡса эшләгеһе килмәһен! Тап шундайҙар "АлтынКапитал" микрофинанс ойошмаһы ауына эләгеп алдана ла инде. Уны Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 34 йәшлек ир төҙөгән.
"Йүнсел" клиенттарына аҡсаларын йыллыҡ 20 – 40 процент менән кире ҡайтарып бирергә вәғәҙәләү менән йәлеп иткән. Алдаҡсының кәсебе шәп барған. Бер аҙҙан Салауат, Өфө, Нефтекама, Ишембай, Ырымбур ҡалаларында ла кәсеп йәнләнгән. Шулай итеп, уғры 2013 – 2016 йылдарҙа 450 кешенең 88 миллион һумдан ашыу аҡсаһын кеҫәһенә һалған. Хәҙер әҙәм аҡтығына барыһы өсөн суд алдында яуап бирергә тура киләсәк.
Фото: wallbox.ru сайтынан.
Читайте нас:
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.