Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель 2019, 15:28

“Балаларығыҙҙың күҙ йәшен һаҡлағыҙ”…

Ата-бабаларыбыҙ тарихына һәм күрше халыҡтар тәжрибәһенә күҙ һалайыҡ. Хәҙерге Ислам республикаһы Иранда балалар йорттары, хатта балалар баҡсалары ла юҡ, ата-әсәһеҙ ҡалған балаларҙы яҡын туғандары тәрбиәгә ала. Мосолман традицияларына ярашлы, совет власы ныҡлап урынлашҡанға тиклем башҡорттарҙа ла ошондай йола ғәмәлдә булған, үкһеҙ етемдәрҙе ауыл менән ҡараған осраҡтар ҙа күҙәтелгән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, элекке Рәсәй империяһы киңлектәрендә өр-яңы пролетар тәртип урынлаштырырға керешкән большевиктар матур традицияны тупаҫ боҙоп, уны балалар йорттарына алмаштырған. Маҡсаты ла аңлашыла: партияға тоғро быуындарҙы ошо рәүешле тәрбиәләү еңелерәк. Әлеге патронат ғаиләләр, ғаилә балалар йорттары ла ошо традицияны яңы шарттарға ҡулайлаштырып дауам итеүҙе аңлата, сөнки ул теге йәки был баланың генетик тамырҙарын, милли сығышын иҫәпкә алмай.

Ошо йәһәттән япон педагогикаһының “биш йәшкә тиклемге баланы – батша, 5 йәштән һуң – хеҙмәтсе, 15 йәштән үҙ тиңең кеүек күреп мөғәмәлә ит” тигән алтын ҡағиҙәһен иҫкә төшөрөү урынлы. Ә бит беҙҙә был турала ишетмәгән кешеләр ҙә бихисап. Ғаиләләр еңел генә барлыҡҡа килә лә, шулай уҡ тиҙ генә тарҡала. Ҡараусыһыҙ ҡалған меҫкен бала үҙе кеүек үкһеҙ етемдәр яҙмышын уртаҡлашырға мәжбүр була. “Балаларығыҙҙың күҙ йәшен һаҡлағыҙ! – тигән Боронғо Грецияның аҡыл эйәһе Пифагор, – уларҙа ҡәберегеҙ өҫтөндә иларлыҡ күҙ йәше ҡалһын!” Тәрән мәғәнәле һүҙҙәр, һәм улар, һис шикһеҙ, балаларҙа ата-әсәгә ҡарата оло ихтирам тәрбиәләүгә ишара итә.
Читайте нас: