25 майҙа “Өфө уттары” клубында “проROCK” тип аталған ҙур рок-концерт буласаҡ.
Унда ҡатнашыусылар сәхнә оҫталары түгел, ә ҡулдарына музыка ҡоралы алған башҡорт эшҡыуарҙары.
“Исемдәрен әлегә әйтмәйбеҙ, – тип белдерҙе фестивалдең төп ойоштороусыһы, “Business FM” радиоһы директоры Станислав Челнынцев. – Элек бындай осрашыуҙар клуб форматында үтә торғайны. Быйыл барыһы ла икенсе төрлөрәк буласаҡ. Башҡа тауыш, яҡтылыҡ, ҙур экран... Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Ҡазандан ҡунаҡтар киләсәк. Репетициялар бара ла инде”.
Концертҡа билеттар ирекле рәүештә һатылмаясаҡ. Тамашасылар залы, үткән йылдарҙағыса, саҡырыу һәм төрлө уйындарҙа (шул иҫәптән “Business FM” радиостанцияһының) еңеү буйынса килгәндәр менән тулыланасаҡ. Шулай уҡ төрлө сәхнә йондоҙҙарының булыуы көтөлә, уларҙың исеме лә – әлегә сер.
Бындай беренсе концерт Өфөлә 2014 йылда уҙғайны.