Яҡындарығыҙ юғалһа, “Лиза Алерт” ярҙамға килә.
2010 йылдың сентябрендә Мәскәү өлкәһенең Орехово-Зуево ҡалаһы янында биш йәшлек Лиза Фомкина юғала. Бала инәһе менән яҡындағы урманға бәшмәк йыйырға китә. Кисен, улар әйләнеп ҡайтмағас, ата-әсә ҡурҡыныс хәл булғанын аңлай һәм шунда уҡ полицияға хәбәр итә. Тик ниндәйҙер сәбәптәр буйынса баланы эҙләү эштәре тотҡарлана. “Ҡайтыр әле”, – тип кенә ҡараусылар ҙа күп була.
Бер көн үтә, ике, өс, дүрт... Әммә ваҡыт уҙа тора, бала һәм уның инәһе табылмай. Ҡайғынан ни эшләргә белмәгән ата-әсә сабыйҙарын эҙләп табыуҙың төрлө юлдарын барлай башлай. Лизаның атаһының хеҙмәттәше бағаналар буйлап бала менән инәһенең юғалыуы тураһында иғлан йәбештереп сыға, фотоларын ҡуялар. Тағы бер нисә көн үткәс кенә, ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары ла иғланды баҫтыра, һәм шул саҡта үҙ ҡалаларынан ғына түгел, ә барлыҡ яҡын-тирәнән ғаиләнең яҙмышына битараф булмаған, ысын күңелдән Лиза өсөн борсолған кешеләр йыйыла башлай. Улар баланы нисек, ҡайҙан эҙләргә белмәһә лә, урманға сыға һәм эш башлай.
...Юғалыуҙарынан һуң туғыҙ көн үткәс, инәһенең үле кәүҙәһенә юлығалар. Ә унынсы көндә, кешеләрҙең килеп етеүен ни бары бер көн көтөп ала алмаған Лизаның да кәүҙәһе табыла. Инәһе уға үҙенең барлыҡ тиерлек кейемен сисеп биргән була. Урманға бергә киткән ике эт көҙгө һыуыҡтан үҙ кәүҙәһе менән уны бер нисә көн буйы йылыта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ун көн урмандағы яңғыҙ бала өсөн – бик күп. Уны ҡотҡарыуға бер генә көн етмәй...
Был хәл бөтә илде тетрәндерә. Нисек инде, кеше юғала, ә уны таба алмайҙар? Хатта эҙләргә лә теләмәйҙәр. Махсус хеҙмәттәр төрлө сәбәптәр буйынса үҙ эшен еренә еткереп башҡармай. Ваҡиғанан шаҡ ҡатҡан өлкәндәр ирекмәндәрҙән торған эҙләү отряды булдырырға ҡарар итә. Уға ҡыҙыҡай хөрмәтенә “Лиза Алерт” тип исем ҡушалар. “Алерт” һүҙе инглиз теленән шомланыу, хафаланыу тигәнде аңлата. Хәрәкәт эше тәүҙә Мәскәүҙә башлана, яйлап ул төбәктәр буйлап тарала һәм Башҡортостанға ла килеп етә. Бөгөн уларҙың эшмәкәрлеге тураһында мәҡәлә тәҡдим итәбеҙ.
Бөгөн бөтәбеҙ ҙә тиерлек интернеттан әүҙем файҙаланабыҙ. Көн һайын төрлө сығанаҡтан яңылыҡтар ҡарап барабыҙ. Моғайын, күптәрҙең кемделер эҙләүе тураһындағы иғландарға иғтибар иткәне барҙыр. Тәүҙә юғалыу тураһында мәғлүмәт килеп сыға, уның фотоһы, исем-шәрифе, кеше уны һуңғы тапҡыр күргән урыны һәм айырым билдәләре баҫыла. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, шул уҡ ориентировка аҫтында “Табылды. Иҫән” йәки “Табылды. Үлгән” тигән хәбәр күренеп ҡала. Быларҙың барыһы ла – эҙләү отрядтарының эшмәкәрлеге.
“Лиза Алерт”тың Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе етәксеһе – Олеся Пышкина.
– Бик оҙаҡ ваҡыт ни бары күҙәтеп барыусы ғына булдым. Эҙләү менән шөғөлләнгән кешеләр ниндәйҙер үҙенсәлекле, таһыллы, белемле кеүек ине, минең ҡулымдан килмәҫ кеүек күренде. Кеше һынлы кешене эҙләү шундай яуаплы ғәмәл: бында көс тә, аҡыл да, махсус белем дә кәрәк. Минән, сибек ҡыҙҙан, ниндәй генә ярҙам була алһын инде, тигән уйҙар ҙа булды, – тип хәтерләй Олеся.
Тик уның бәләкәйҙән кеше бәләһенә битараф була белмәү холҡо, кешеләргә ярҙам итеү теләге еңә. Ул отрядҡа барып көсөн һынап ҡарарға хәл итә. Хәтерегеҙҙә булһа, 2017 йылда Белорет ҡалаһында Яна исемле ҡыҙыҡай мәктәпкә китеп барған еренән ғәйеп булғайны. Уны тәүҙә бөтә ҡала, тора-бара тотош республика эҙләне. Аҙаҡ хатта Мәскәү һәм күрше төбәктәрҙән ирекмәндәр ҙә килгәйне. Олесяны был хәл ныҡ тетрәндерә, бар күңеле менән ҡыҙыҡай яҙмышы өсөн ҡайғырып, эҙләү барышын күҙәтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул саҡтағы хәл бик насар тамамланды – Янаны үле килеш таптылар.
– Был минең өсөн һуңғы нөктә булды. Кешеләр, ә инде айырыуса балалар юғалғанда нисек ситтән – интернеттан ғына күҙәтеп ултырмаҡ кәрәк? Түҙмәнем, отрядҡа мөрәжәғәт итеп, ярҙамымды тәҡдим иттем. Яйлап эштең айышына төшөнөп алдым, эҙләүҙәргә сыға башланым, – ти ул.
Отрядта даими рәүештә уҡыуҙар булып тора икән. Һәр яңы килгән кешене өйрәтәләр, эштең айышына төшөндөрәләр. Ғәҙәттә, башлап тороусыларҙы тәүҙә “инфорг”, йәғни мәғлүмәт туплаусы итеп ҡуялар. Эҙләү барышы тураһында барлыҡ яңылыҡ унда була, ул ирекмәндәрҙе йүнәлтә һәм эшмәкәрлеген көйләй, юғалған кешенең туғандары һәм полиция хеҙмәткәрҙәре менән аралаша, иғландар, эҙләү-йүнәлтмә ҡағыҙҙары (ориентировкалар) әҙерләп бирә һәм башҡалар. Даими рәүештә өйрәнә торғас, Олеся эҙләүҙәргә лә сыға башлай. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, төбәк вәкиле булып китә.
– Минең бала саҡтан уҡ полиция хеҙмәткәре булып эшләгем килә ине. Бында килгәс, хыялымдың бәләкәй генә өлөшө тормошҡа ашты, – ти Олеся. – Донъя – бик ҡатмарлы әйбер. Һәр кемдең үҙ тормошо, үҙ бәләһе. Ә ғаиләгә берәй ағзаһын юғалтыу кеүек ҙур ҡайғы килгәндә, нисек ситтә ҡала алаһың инде? Кешеләр бер-береһенә ярҙам итеп йәшәмәһә, был тормошта ни мәғәнә лә ни фәтүә?
Ошоноң кеүек фәлсәфәүи һорауҙарҙы йыш бирә үҙенә Олеся. Эйе, уның ситтә ҡалғыһы, битараф булғыһы килмәй. Әйткәндәй, тәүҙә ситтән генә күҙәткән ире лә бер ни тиклем ваҡыт үткәс отрядҡа килә һәм бик әүҙем ирекмәнгә әүерелә. Хәҙер кемделер эҙләргә кәрәк булһа, балаларын таныштарына ҡалдырып, улар икәүләшеп, беренселәрҙән булып сығып китә.
Полицияға ғариза биргәс кенә...
“Лиза Алерт”тың Башҡортостан төбәк бүлексәһендә нисә кеше булыуын аныҡ ҡына әйтеп булмай. Иң әүҙемдәре – 30-40 кеше самаһы. Улар даими эшләй, һәр ваҡыт эҙләүгә сығырға әҙер булған ышаныслы кешеләр, әммә был бик аҙ. Ни өсөн тигәндә, мәҫәлән, урманда юғалған кешене эҙләү өсөн 5-кә 5 квадрат километр майҙанды тулыһынса байҡап сығыу өсөн 50 кеше кәрәк. Ә урмандың ни тиклем ҙурлығын, кешенең әллә ҡайҙа сығып китеүе ихтималлығын иҫәпкә алғанда, был ысынлап та аҙ. Олеся әйтеүенсә, беҙҙә халыҡ әүҙем түгел. Эйе, балалар юғалһа, шөкөр, кеше әүҙемләшә, күптәр ярҙамдарын тәҡдим итә. Ә өлкәндәр юғалһа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эш бик һүлпән бара. Отряд Өфө генә түгел, бар республика буйлап ойошторолған эҙләүҙәрҙә ҡатнаша.
– Башҡортостандың күп райондарында эҙләүҙә ҡатнашырға тура килде. Хатта күрше өлкәләргә лә сыҡҡаныбыҙ бар. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһендә үҙҙәренең отряды юҡ, шуға иң яҡындары булараҡ, шул яҡтарға беҙ беренсе сиратта барабыҙ. Ә бына Туймазы, Октябрьский яҡтарына йыш сыҡмайбыҙ, сөнки унда отрядтың филиалы бик әүҙем эшләй. Улар үҙҙәре бар эште тейешле ойоштороуға һәләтле, – ти Олеся.
Тағы шуныһын билдәләргә кәрәк: отряд күрһәткән ярҙам тулыһынса бушлай башҡарыла. Эҙләү өсөн дә, балаларға лекциялар үткәреү, яңы кешеләрҙе өйрәтеү, уҡытыу өсөн дә улар аҡса алмай. Бик күп осраҡта ирекмәндәр үҙ аҡсаһына, үҙ бензиндарын яғып, үҙ машиналарында эҙләүгә сыға. Шулай ҙа әйберләтә ярҙамды ҡабул итәләр. Мәҫәлән, юғалған кешенең туғандары уларҙы ашата, эҙләү өсөн кәрәк булған әйберҙәр: фонарь, рациялар, навигаторҙар һәм башҡаны алып биреүе ихтимал.
– Беҙҙең аҡса күсереү өсөн иҫәбебеҙ ҙә юҡ. Ғөмүмән, эшебеҙҙең төп принцибы шунда – аҡса алмаҫҡа! Теләгебеҙ – ауыр хәлдә ҡалған кешегә ысын күңелдән ярҙам итергә, – ти отряд ағзалары.
Әгәр яҡын кешегеҙ юғалһа, тәү сиратта нимә эшләргә һәм нисек отрядҡа мөрәжәғәт итергә? Аңлашыла: иң беренсе полицияға ғариза яҙырға кәрәк. Әйткәндәй, “Лиза Алерт” полицияға ғариза булмай тороп эш башламай икән. Отряд тураһында белгәндәр уларға үҙҙәре мөрәжәғәт итә. Интернет селтәрендә кемде лә булһа табышырға ярҙам һорап яҙылған пост күрһәләр – отряд ағзалары үҙҙәре ярҙам тәҡдим итеүе лә ихтимал. Ҡайһы саҡта уларға полиция үҙе лә мөрәжәғәт итә. Улар, ғәҙәттә, интернетта мәғлүмәт таратыу, урынға сығып эҙләү ойоштороуҙа ярҙам һорай. “Хоҡуҡ һаҡлау органдары эшләгеһе килмәгәне өсөн түгел, ә кешеләр етмәү сәбәпле беҙгә мөрәжәғәт итә. Беҙ шуның өсөн кәрәк тә”, – ти Олеся.
Эйе, отряд ағзалары полиция хеҙмәткәрҙәре менән тығыҙ бәйләнештә. Шулай ҙа юғалыуҙа криминаль эҙ барлығы асыҡланһа, отряд тәфтишселәр эшенә ҡыҫылмаҫҡа тырыша. Был урында артыҡ эҙҙәр булмаһын, кәрәкле мәғлүмәт юғалмаһын, юйылмаһын өсөн кәрәк. Шулай уҡ коллекторҙар, яман уйлы кешеләр кемде лә булһа эҙләй икән, улар бындай эштән шунда уҡ баш тарта.
– Кешенең ниндәй маҡсатта эҙләүе тиҙ асыҡлана. Беҙ эш башлар алдынан туғандары менән һөйләшәбеҙ, анкета һорауҙарына яуап алабыҙ. Эҙләүсенең яҡынымы, әллә насар уй менән табырға тырышыуымы – шунда уҡ аңлашыла. Коллекторҙар шәхси һорауҙарға яуап бирә алмай, – ти Олеся. – Шулай уҡ ата-әсә айырылғандан һуң балаларын бүлешә алмай, береһе алып китеп, икенсеһе эҙләүгә биргән осраҡтарҙа ла беҙ ҡыҫылмайбыҙ. Бала законлы вәкилдәре – атаһы йәки әсәһе менән. Тимәк, уның тормошона ҡурҡыныс янамай. Беҙ тәүге сиратта хәүеф янаған кешеләргә ярҙам итергә тейешбеҙ.
Күберәк психик сирле өлкәндәр юғала
Былтырғы статистика менән ҡыҙыҡһынам. Башҡортостанда юғалған кешеләр шулай уҡ күпме икән ни? Отрядта шундай мәғлүмәттәр бирҙеләр: былтыр кеше юғалыуы тураһында 300 самаһы ғариза алынған. Уларҙың 193-ө – иҫән, 45-е үле килеш табылған. 29 кешенең яҙмышы ошо көнгәсә билдәһеҙ. Йәнә туғыҙ кешенең туғандарын тапҡандар.
Дөйөм алғанда, күпселек осраҡта кешеләр табыла һәм, шөкөр, уларҙың күпселеге иҫән, әммә бөгөнгә тиклем табылмағандар ҙа байтаҡ. Шуныһы шатлыҡлы, Башҡортостанда юғалып, табылмай ҡалған балалар бөтөнләй юҡ.
Олеся менән республикала юғалғандар портретын күҙалларға тырыштыҡ. Был хәл кемдәр менән йышыраҡ була? Күпселекте хәтерен юғалтҡан, психик сирле, медицина ярҙамына мохтаж өлкәндәр тәшкил итә икән. Икенсе урында иһә үҙаллы, башҡаларҙан ҡасып, бер кемгә лә әйтмәй өйөнән сығып киткән өлкәндәр. Артабан – үҫмерҙәр. Бында инде барыһы ла аңлашыла: йә ата-әсәһе, йә мәктәптәге конфликт сәбәпсе була, йә холоҡ күрһәтеү, үҙҙәренә иғтибар йәлеп итеү теләге. Бәләкәй балалар ҙа юғала, әммә һирәк. Был һәйбәт күренеш, тимәк, ата-әсәләр бик яуаплы.
Балалар һәм үҫмерҙәр юғалыуын иҫкәртеү өсөн “Лиза Алерт”та күп эш башҡарыла. Улар балалар баҡсаһына, мәктәптәргә бара һәм балалар өсөн лекциялар уҡый, файҙалы кәңәштәр бирә. Шулай уҡ ата-әсәләр өсөн дә лекциялар үткәрәләр, төрлө иҫкәрмәләр әҙерләйҙәр.
– Балалар төрлө. Шулай ҙа улар беҙҙе иғтибар менән тыңлай, һорауҙарыбыҙға яуаптар бирә. Күптәре юғалғанда үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген белә. Балалар менән был темаға даими һөйләшергә, иғтибарлы булыу – иҫән-һау булыу тигәнде аңлатҡанын даими тылҡып торорға кәрәк, – ти Олеся Пышкина.
Олеся әйтеүенсә, уларға ирекмәндәр, ярҙамсылар һәр ваҡыт кәрәк. Тәүге килгән кешенән бер ниндәй ҙә махсус белем талап ителмәй. Нимә кәрәк, быға улар үҙҙәре өйрәтә. Айына бер тапҡыр ҙур йыйылыш, уҡыуҙар үткәреп торалар. Әгәр был хәрәкәткә ҡушылып, яҡшы эштәр башҡарырға теләйһегеҙ икән, отрядтың “ҡыҙыу элемтә”һенә 8-800-700-54-52 һандары буйынса шылтыратырға йәки, интернетта уларҙы табып анкета ҡалдырырға була.
Шик юҡ, бик ҙур яуаплылыҡ талап итә был эш. “Мин ирекмән, теләһәм – барам, теләһәм – юҡ”, – тип ултырырға ярамай. Үҙ өҫтөңә ошондай яуаплылыҡты алдың икән, даими ярҙам итеү фарыз, сөнки тап һеҙ кемдеңдер ғүмерен ҡотҡара алаһығыҙ!