Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель 2019, 14:28

Эх юлдар, юлдар...

Ҡышын юлдар ниндәй генә һынау үтмәй. Быға өҫтәп, яҙын ҡар ирей, гөрләүектәр аға. Һөҙөмтәлә асфальтта машиналар өсөн хәүефле тишек-тошоҡтар ҡала.

Ҡышын юлдар ниндәй генә һынау үтмәй. Быға өҫтәп, яҙын ҡар ирей, гөрләүектәр аға. Һөҙөмтәлә асфальтта машиналар өсөн хәүефле тишек-тошоҡтар ҡала.


Шуға көндәр йылыныу менән урамдарға махсус техника сыға: битум ҡушылмаһы, асфальт менән юлдар тигеҙләнә.
Дәүләкән ҡалаһы үҙәгендә, Гагарин, Ворошилов, Комсомол һәм башҡа урамдарҙа юлдар тәртипкә килтерелгән. Көнөнә яҡынса 200 квадрат метр асфальт түшәлә. Ә май аҙағына тиклем барыһы 4 мең квадрат метр майҙанда эш атҡарыласаҡ тип күҙаллана.
Читайте нас: