Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель 2019, 17:25

Хәүефле осорға аяҡ баҫтыҡ

Дүртөйлө районында йыл башынан алып 48 янғын осрағы теркәлгән. Үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда үҫеш – 300 %.

Дүртөйлө районында йыл башынан алып 48 янғын осрағы теркәлгән. Үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда үҫеш – 300 %.


Бәхетһеҙлек осраҡтарының төп сәбәбе: электр үткәргестәренең иҫкереүе, файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу һәм мейес яҡҡанда ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу. Фажиғәләргә юл ҡуймау өсөн электр селтәрен һәр йорт хужаһы тикшереп, тейешле сара күрергә, иҫкеһен яңыға ваҡытында алмаштырырға, бер юлы ҙур ҡеүәтле приборҙарҙы эшкә ҡушмаҫҡа тейеш. Йәй көндәре балаларҙың үҙҙәрен генә йортта ҡалдырыу ҙа хәүефле. Янғынды иҫкәртеүсе приборҙар ҡуйыу ҙа бәлә-ҡазанан һаҡлар.


Әле янғын хәүефе көсәйгән мәлгә аяҡ баҫтыҡ. Сүп-сар яндырыуҙың да ҡот осҡос янғынға олғаштырыуы ихтимал, тип иҫкәртә Дүртөйлө районы хакимиәте етәкселәре. Уяу булайыҡ, һиҙгерлекте юғалтмайыҡ.


Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: