Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель 2019, 15:45

Рәсәй Президентынан – ҡотлау

Башҡортостандағы 37 меңдән ашыу ветеран Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығы айҡанлы Рәсәй Президенты Владимир Путиндан ҡотлау открыткаһы аласаҡ. “Рәсәй почтаһы”ның матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, открыткалар 2-9 майҙа тапшырыла.

Бүләктең уң яғын Леонид Головановтың “Ҡыҙыл армияға – дан!” плакаты биҙәй. Открытканың артҡы яғында иһә 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы фотохроникаһы кадрҙары бирелгән.

Фото zagadki-istorii.ru сайтынан.