Йылайыр районы мәҙәниәт йортонда Ғәлиә һәм Ҡорбанғәле Таһировтар, бергә йәшәүҙәренә 50 йыл тулыуға бәйле, дуҫтарына һәм туғандарына йыр-моң байрамы бүләк итте.
Сәнғәтте, мәҙәниәтте яратҡан ғаиләлә һәр береһе талантлы. Өлкән ҡыҙҙары Миңзифа театр эшмәкәрлеге менән шөғөлләнһә, Зилә “Шатлыҡ” халыҡ вокал ансамблендә йырлай. Улдары Тәлғәттең моңона хатта һандуғастар көнләшерлек.
Ғәлиә ханым шиғырҙар ижад итә, ғаилә башлығы өҙҙөрөп гармунда уйнай һәм бик матур йырлай. Килендәре, ейәндәре лә уларҙан ҡалышмай.
Бер ғаиләнең бар тамашасының күңеленә үтеп инерлек концерт ҡуйыуы – үҙҙәренең алтын юбилейына ҙур бүләк, балаларына – үрнәк, ейәндәре өсөн – ғорурлыҡ.