Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель 2019, 15:10

Йәнә әсә менән бәпес юғалған

Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһында 32 йәшлек Анна Тарасова менән уның бер йәшлек ҡыҙы Руслана юғалған. “Лиза Алерт. Башҡортостан”дың “Бәйләнештә”ге төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, әсә менән бала 2019 йылдың 9 апрелендә ғәйеп булған.

Ҡатындың билдәләре: буйы 174 сантиметр, ябыҡ, һары сәсле, күҙҙәре асыҡ йәшел төҫтә. Юғалған көндө ул тубығына тиклем оҙонлоҡтағы һоро пальто, асыҡ төҫлө джинсы салбар һәм һоро ботинка кейгән булған. Күк күҙле сабый – асыҡ күк төҫтәге куртка, һоро ботинка һәм баш кейемендә.

Уларҙың ҡайҙалығын белгән йәки ниндәй ҙә мәғлүмәте булған кешеләрҙән 8-937-47-25-572, 02, 102 номерҙарына шылтыратыуҙы һорайҙар.

Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Читайте нас: