Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Май 2019, 21:53

"Тыныслыҡ. Хеҙмәт. Май" – был һүҙҙәр көнүҙәклеген юғалтмай

Хәйбуллала 1 Майҙа район үҙәге Аҡъярҙың ял һәм мәҙәниәт йорто балаларҙың шат тауыштарынан яңғырап торҙо, һәр урында байрамса күтәренке кәйеф хөкөм һөрҙө.

Фото: Сәлимә Байгилдина.
Хәйбуллала 1 Майҙа район үҙәге Аҡъярҙың ял һәм мәҙәниәт йорто балаларҙың шат тауыштарынан яңғырап торҙо, һәр урында байрамса күтәренке кәйеф хөкөм һөрҙө.
Райондың төрлө ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, ветерандар, йәш быуын вәкилдәре барыһы ла Яҙ һәм Хеҙмәт байрамына бағышлап әҙерләнгән бай йөкмәткеле концертты ҡарап кинәнде, таныштары, дуҫтары менән осрашты, рәхәтләнеп ял итте.
Район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов халыҡты байрам уңайынан тәбрикләп, иң матур теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.