Йәмғиәт
1 Мая 2019, 18:09

Яҡты киләсәк нигеҙе – хеҙмәттә

Бөрйәндә лә 1 май демонстрацияһына халыҡ дәррәү сыҡҡан.

Район хакимиәте башлығы Р. Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.Район хакимиәте башлығы Р. Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Район хакимиәте башлығы Р. Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Бөрйәндә лә 1 май демонстрацияһына халыҡ дәррәү сыҡҡан.
Район үҙәгендә байрам тантанаһы, сағыу концерт, күргәҙмәләр, йәрминкә ойошторолған.
“Байрамдың исеме төрлө йылдарҙа төрлөсә аталһа ла, уның асылы үҙгәрмәй. “Тыныслыҡ. Хеҙмәт. Май” һүҙҙәре бөгөн дә мәғәнәһен, әһәмиәтен юғалтмай. Тәбиғәттең яҙғы яңырыу, йәшәреү осоронда йылы көндәр менән бергә хеҙмәткә, яҡтылыҡҡа яңы ынтылыш барлыҡҡа килә. Тырыш фиҙакәр хеҙмәт кенә беҙҙең тормошобоҙҙо мәғәнәле итә, күңелдәрҙә иртәгәһе көнгә ышаныс уята, киләсәккә өмөт бирә”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә район етәксеһе Рөстәм Шәрипов, Бөрйән халҡын байрам менән тәбрикләп.
Читайте нас