Йырсы Алһыу Тель-Авивта 14-18 майҙа үтәсәк “Евровидение-2019” конкурсында ҡатнашасаҡ тигән мәғлүмәт булғайны кисә.
Сәхнә йондоҙо Рәсәйҙәге жюри балдарын иғлан итәсәк, тиелгәйне. Әммә конкурсты трансляциялаған “Рәсәй 1” каналынан бөгөн хәбәр итеүҙәренсә, был ғәмәлде пианист Иван Бессонов атҡарасаҡ.
Үҙгәрештең сәбәбе әйтелмәй. Күптәрҙең фаразлауынса, ул “Тауыш. Балалар” проектының 6-сы миҙгеленә бәйле. Унда, мәғлүм булыуынса, Алһыуҙың ҡыҙы Микелла Абрамова еңеү яулағайны.