Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Май 2019, 15:59

Сибайҙа – “Яҙғы марафон”

Ҡаланың Үҙәк майҙанында алма төшөрлөк тә урын юҡ: йәше лә ҡарты ла, сибайҙар ғына түгел, хатта күрше райондар халҡы ла ағыла ла ағыла...

Сибай ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Сибай ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Ҡаланың Үҙәк майҙанында алма төшөрлөк тә урын юҡ: йәше лә ҡарты ла, сибайҙар ғына түгел, хатта күрше райондар халҡы ла ағыла ла ағыла...
Ә байрамдың төп сәбәпсеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, эстрада йондоҙо Радик Юлъяҡшин! Ул сығышын сибайҙарға мөрәжәғәттән башланы. Ҡала халҡына теләктәшлек белдереп, Яҙ һәм Хеҙмәт байрамында ысын мәғәнәһендә шоу бүләк итте. Уға дуҫтары ла ҡушылып, Сибай кисе йыр-моң һабантуйына әүерелде.
Йәш йырсылар Айгиз Ишмырҙин, Резана Аҡтаева, Ғәзиз Мөхәмәтов, Әлиә Исҡужиналарҙан алып тамашасыларға киң билдәле сәхнә йондоҙҙары Ғайсар Миңлеғолов, Раил Өмөтбаев, Рәдиф Зарипов, Илнур Рамазанов, Бабек Мамедрзаевтарҙың да сағыу сығыштары көслө алҡыштарға күмелде.
Радик Юлъяҡшиндың “Беҙ бергә!” тигән һүҙҙәрен тамашасылар дәррәү күтәреп алды. Сәхнә оҫтаһының дәртле моңона ҡушылып йырлап, рәхәтләнеп бейеп күңел асты улар. Көндөң һыуыҡ булыуы ла ҡурҡытманы Урал аръяғы халҡын.
Ғөмүмән, бындай 1 Майҙы сибайҙар тәүге тапҡыр күрҙе. Байрамды ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдерҙе улар.
Читайте нас: