Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Май 2019, 13:44

Йәшен йәшнәп, күк күкрәмәксе…

“Башгидрометүҙәк” мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн республикала көслө дауыл көтөлә, урыны менән тотороҡһоҙ ел иҫә, төндә +2, ‒3 градус, көндөҙ 10 ‒ 15 градусҡа тиклем йылыта.

“Башгидрометүҙәк” мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн республикала көслө дауыл көтөлә, урыны менән тотороҡһоҙ ел иҫә, төндә +2, ‒3 градус, көндөҙ 10 ‒ 15 градусҡа тиклем йылыта.


3 майҙа ҡайһы райондарҙа бер аҙ ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе, күк күкрәүе көтөлә. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында көн ҡоро була.


Көньяҡтан талғын ел иҫә, әммә урыны менән, айырыуса көньяҡ-көнсығышта, көсәйеүсән ел көтөлә. Һауа температураһы төндә 3 градусҡа тиклем һалҡын, аяҙытҡанда 3 ‒ 8 градус йылы буласаҡ. Көндөҙ 15 ‒ 20 градусҡа тиклем йылыта.


4 майҙа урыны менән йәнә ямғыр яуасаҡ, төндә +5, +10 градус, көндөҙ 17 ‒ 23 градусҡа тиклем йылы буласаҡ.


Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас: