Бөгөн Өфөнөң Орджоникидзе районында мансардалы ағас йорт янған.
Ут эсенән дүрт кеше ҡотҡарылған, уларҙың икәүһе – балалар. Һәләк булғандар, ҡазаланғандар юҡ.
Янғын һүндерелгән, таралыу хәүефе юҡ, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының урындағы матбуғат хеҙмәтенән. Ваҡиға Баш идаралыҡтың контроленә алынған.