Бөгөн киске сәғәт 8-ҙән алып тәүлек дауамында төбәгебеҙҙә елдең секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫеүе, ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа күк күкрәүе көтөлә.
Һауа температураһы төндә – 5-10, көндөҙ 15-20 градус йылы.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы иҫкәртә: ел көслө саҡта урамға сығыуҙы сикләү, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмау мөһим.
Ҡала кешеләренә, тышта булһалар, көслө ел мәлендә ер аҫты үткәүелдәрендә, бина подъездарында тороп торорға кәңәш ителә. Йорт янына йәшеренергә ярамай: өҫтән түбә япмаһы материалдарының төшөүе ихтимал. Шулай уҡ йәмәғәт транспорты туҡталҡалары, реклама таҡталары, ағастар, төҙөлөп бөтмәгән биналар янында тороу хәүефле. Электр үткәргес линиялар аҫтында тороу, өҙөлгән сымдарға яҡын килеү үлемесле ҡурҡыныс менән янай.