Учалы районы Наурыҙ ауылында шаулап-гөрләп “Ауыл көтә улдарын” сараһы үтте.
2007 йылдан бирле ойошторолоп, инде изге йолаға әүерелгән үҙенсәлекле байрам быйыл бигерәк тә шәп уҙҙы. Ситтә йәшәгән ауылдаштар бик күп килде. Ғәҙәттәгесә, өмәләр уҙғарылды: ир-ат зыяратты, һәйкәл тирәһен сүп-сарҙан таҙартты, тау башында таштарҙан теҙелгән “Йәшә, ауылым” яҙыуын яңыртты. Ҡатын-ҡыҙҙар иһә “Ҡарас сәсән аллеяһы”ның кәртәһен буяны.
Күмәкләп доғалар уҡып, теләктәр теләп ҡорбан ашынан ауыҙ иткәс, барыһы ла бала саҡ уйындарын уйнап, рәхәтләнеп күңел асты. Ир-ат бура һуҡты, ҡатын-ҡыҙ “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Өйрәк атыш”, “Туп ҡағыш” уйындарын уйнаны.
Наурыҙға ҡунаҡҡа өсөнсө йыл рәттән “Мәргән уҡсы” хәрәкәтендә ҡатнашыусылар килә. Был юлы ла А. Наурыҙов иҫтәлегенә арналған турнир гөрләп үтте.
Ә кисен олоһо ла, кесеһе лә клубҡа йыйылды. Ауыл һәүәҫкәрҙәре һәм уҡсылар тарафынан әҙерләнгән тамаша бер кемде лә битараф ҡалдырманы.