Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Май 2019, 19:52

Ауыл йәштәре үҙен һынай ала

Республика ауылдарында йәшәгән 18 — 20 йәшлек кешеләр Рәсәй Ауыл йәштәре союзы конкурсында ҡатнаша ала. Уның тәүге этабы ситтән тороп уҙғарыла, ҡатнашыу өсөн 20 майға тиклем ғариза тапшырырға кәрәк.

Республика ауылдарында йәшәгән 18 — 20 йәшлек кешеләр Рәсәй Ауыл йәштәре союзы конкурсында ҡатнаша ала. Уның тәүге этабы ситтән тороп уҙғарыла, ҡатнашыу өсөн 20 майға тиклем ғариза тапшырырға кәрәк.


Конкурсты Рәсәй Йәмәғәт палатаһы һәм Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы Аграр аҙыҡ-түлек мәсьәләләре һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты ауыл биләмәләрендә алдынғы фекерле лидерҙарҙы үҫтереү маҡсатында ойоштора.


Сарала ҡатнашыу өсөн ауылда мәғариф, спорт, медицина, мәҙәниәт, экология һәм эшҡыуарлыҡ өлкәһендә эшләү йәки белемгә эйә булыу талап ителә, шулай уҡ үҙең йәшәгән ауылдың, райондың үҫеше буйынса йәмәғәт башланғыстарын тормошҡа ашырыу буйынса тәжрибә лә кәрәк.


Конкурста ҡатнашыр өсөн тәүҙә анкета тултырып, https://rssm.su сайтында теркәлеү шарт. Шулай уҡ “Село. Уехать нельзя остаться. Поставь свою запятую” темаһына эссе яҙырға, тормошҡа ашы­рылған проекттың портфолиоһын әҙер­ләргә кәрәк. Алдағы йылдарҙа еңеүгә өлгәшкәндәр шул уҡ номинацияларҙа ҡатнаша алмай.


Эксперт комиссияһы ҡарары менән икенсе этапҡа һайлап алынған конкур­сант­тарҙың исемлеге 29 июнгә тиклем https://rssm.su сайтында, ойоштороу­сыларҙың рәсми сайтында, бәйләнештәге социаль селтәрҙәрендә (https://vk.com/om­oo_rssm) баҫыласаҡ.

Икенсе этапта тематик семинарҙар һәм бәхәс майҙансыҡтары ойоштороу ҡаралған. Конкурс һөҙөмтәһе 30 сентябргә тиклем билдәле буласаҡ. Утыҙ еңеүсене Рәсәй төбәктәренең Йәмәғәт палатаһы составына индереү, шулай уҡ уларға Рә­сәй Федераль Йыйылышы Федерация Советы Рәйесенең ауыл эшсәндәре менән осрашыуында ҡатнашыу мөмкин­леге бирелә.


Еңеүселәр ноябрь-декабрҙә “Бер­ләшмә” форумында бүләкләнәсәк.


Үҙен һынап ҡарарға теләүселәр 8 (495) 608-61-03 телефонына, info@rs­sm.su электрон почтаһына мөрәжәғәт итә ала.
Читайте нас: