Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Май 2019, 19:36

Бер туғандар — бер төптән

Бөгөн төбәктә ауыл хужалығы предприятиелары менән бер рәттән крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ла район иҡтисадын үҫтереүгә тос өлөш индерә. Шуныһы ҡыуаныслы: район хакимиәте һәм дәүләт тарафынан уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә, ә яҡлау һәм таяныс булғас, эшмәкәрлеген һәр кем тырышып алып бара. Арыҫлан ауылынан Илнур һәм Илшат Әхмәтйәновтар ҙа ер эшенә тотоноп китеүҙәренә һис үкенмәй, сөнки егеттәр тәүге осорҙа уҡ дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшкән.

Бөгөн төбәктә ауыл хужалығы предприятиелары менән бер рәттән крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ла район иҡтисадын үҫтереүгә тос өлөш индерә. Шуныһы ҡыуаныслы: район хакимиәте һәм дәүләт тарафынан уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә, ә яҡлау һәм таяныс булғас, эшмәкәрлеген һәр кем тырышып алып бара. Арыҫлан ауылынан Илнур һәм Илшат Әхмәтйәновтар ҙа ер эшенә тотоноп китеүҙәренә һис үкенмәй, сөнки егеттәр тәүге осорҙа уҡ дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшкән.


— Ауыл кешеһе өсөн ер эш­кәр­теп иген үҫтереү бер ва­ҡытта ла еңелдән булманы. Мәктәптә уҡыған осорҙа уҡ колхоз эшендә булдыҡ, шуға ла ҡурҡмайынса фер­мер хужалығы асырға йөрьәт иттек, — ти фермер егеттәр. — Әлбит­тә, тәүге ваҡытта туған­дар­ҙың, атайыбыҙҙың ярҙамын ныҡ тойҙоҡ, ололарҙың да кәңәш­тә­ренә ҡолаҡ һалырға тура килде.


Илнур Арыҫланда мәктәпте тамамлағас, Шишмәләге 48-се һөнәрселек училище­һында уҡы­уын дауам итә. Әрменән һуң ауы­лында аҙыҡ-түлек магазины асып ебәрә, ауылдаштарын көндәлек тауарҙар ме­нән тәьмин итә. Ҡустыһы Илшат та Шиш­мәләге 48-се училищены тамамлап, “Дружба” колхозына водитель булып эшкә урынлаша, аҙаҡ Өфө районы Авдон ҡош­солоҡ фабри­каһында эшләй, “Башмелиорация” ойошмаһында хеҙмәт сынығыуы үтә. Ә 2011 йылда ағалы-ҡустылы Әхмәт­йә­новтар бергәләп фермер хужалығы ойоштороп ебәрә. Ошо уҡ йылда дәүләт ярҙамы алыуға ла өлгәшә улар. Ауыл­даш­тарының пай ерҙәрен ҡуртымға алып, тәүге тапҡыр бойҙай сәсәләр. Уңышты йыйып алыуға ситтән техника йәлеп итәләр, ә һуңынан уңышты һатҡан аҡсаға һәм дәүләт ярҙамына улар ер эшкәртеү техникаһы һатып алалар. Хәҙер егеттәр бар эште ошо техника ярҙамында баш­ҡара. Игенселек тармағын үҫтереп, килә­сәккә йөҙ тотоп, үҙ көндәрен күреп, уңыш­ты арттырыу серҙәрен тәрән өйрәнә башлай Әхмәтйәновтар.


Тыуған ауылы йәнәшәһендәге ауыл хужалығы ерҙәрен һәм ауылдаштарының ер пайҙарын иҫәпкә алып, бөгөн фермер егеттәр 400 гектар майҙанды эшкәртә. Килешеү нигеҙендә пайсыларға бишәр центнер ашлыҡ таратып бирәләр. Бесәне-һаламы ла бушлай бүленә. Әйткәндәй, элекке “Дружба” колхозының баш агрономы, хаҡлы ялдағы Әнәс Байбурин – егеттәрҙең тоғро ярҙамсыһы, кәңәшсеһе. Оло булыуына ҡара­маҫтан, ул яҙғы сәсеү эштәренән алып көҙгө муллыҡты йыйғанға ҡәҙәр егеттәр менән баҫыуҙан ҡайтып инмәй икән.


Ағалы-ҡустылы Әхмәтйә­новтарҙың техника паркы бай: “Т-150”, ике МТЗ тракторҙары, башҡа ауыл хужалығы техникалары бар, иҫке булһа ла, комбайндары сафта.


– Ер эшенә тотонғанбыҙ икән, тимәк, артҡа сигенеү егетлек түгел тип һанайбыҙ, шуға ла тырышып эшмәкәрлегебеҙҙе алып барырға тура килә, — ти фермерҙар. – Бөгөн һоло, иген, арпа, көнбағыш үҫтерәбеҙ, шөкөр, былтыр мул ғына уңыш йыйып алыуға ирештек.

Әйткәндәй, көнбағышты Шиш­мә май заводына тапшыралар, ә йыйылған уңышты күмәртәләп һаталар. Ә артып ҡалған орлоҡто элекке “Дружба” колхозының келәттәрендә һаҡлайҙар.


Бөгөн егеттәр иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр баҫыуҙан ҡайтып инмәй, ҡыҙыу осорҙа киләһе уңышҡа нигеҙ һала улар. Егеттәрҙең кәйефе күтәренке, яғыулыҡ-майлау материалдары етерлек күләмдә хәстәрләнгән, баҫыуҙарға минераль ашламалар индерелгән. Сифатлы орлоҡҡа ҡытлыҡ юҡ, техникалары ла һынатмай. Ағалы-ҡустылы Әхмәтйәновтар изге эш менән шөғөлләнә, иген үҫтерә, күпме халыҡты сифатлы һәм тәмле икмәк менән тәьмин итә. Бындай тырыш егеттәр булғанда ауыл да йәшәйәсәк, минеңсә, ауыл хужалығы ла үҫешәсәк.


Шишмә районы.
Читайте нас: