Хеҙмәткәр аҡсаһын алмайынса отпускыға китергә уйламай. Ул хаҡлымы?
Рәсәй Хеҙмәт кодексының 136-сы статьяһына ярашлы, эш биреүсе хеҙмәткәргә отпуск аҡсаһын отпуск башланырҙан өс көн алда уҡ түләргә бурыслы. Әгәр был талап үтәлмәһә, хеҙмәткәр йыл һайын бирелә торған ял ваҡытын үҙе теләгән ваҡытҡа күсереүҙе һорап ғариза яҙа ала. Эш биреүсе был талапты үтәргә бурыслы. Әгәр отпуск ваҡыты хаҡында ике аҙна алдан әйтелмәһә, хеҙмәткәрҙең теләге буйынса отпуск икенсе ваҡытҡа күсерелергә мөмкин. Был хаҡта Рәсәй Хеҙмәт кодексының 124-cе статьяһында әйтелә.
Апайым да, мин дә йәшебеҙ буйынса хаҡлы ялдабыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны балаларыбыҙ. Һуғышта ҡатнашҡан һәм әле иҫән булмаған яугир ғаиләһе ағзалары булараҡ, ниндәйҙер ташламаға хоҡуғыбыҙ бармы?
Һеҙҙең бындай хоҡуғығыҙ юҡ. “Ветерандар тураһында”ғы Федераль законға ярашлы, бындай ташламанан вафат булған ветерандың ҡарамағында торғандар һәм ул үлгәндән һуң пенсияһын алыу хоҡуғына эйә булғандар файҙалана ала.
Был осраҡта бала саҡта алынған йәрәхәт һөҙөмтәһендә инвалид булып ҡалған йәки бәлиғ булмағандар үрҙәге хоҡуҡҡа эйә.
Атаһы, бәлки, үҙгәргәндер?
Ейән-ейәнсәрҙәремде яңғыҙым тәрбиәләйем. Уларҙың әсәһе күптән үлде. Ә атай кешенең кескәйҙәрҙең яҙмышы менән ҡыҙыҡһынғаны ла юҡ. Йәш түгелмен инде. Шуға үлеп китһәм, балалар кем менән ҡалыр икән тип борсолам. Уларҙың кеше ҡулында булыуын теләмәйем. Атайҙары күптән “йәшел йылан” ҡолона әүерелгән. Васыятнамәлә буласаҡ опекундың исемен яҙып ҡалдырырға яраймы?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мөмкин түгел. Ата-әсәһе йәки опекундары вафат булғандан һуң кескәйҙәрҙең яҙмышын опека органдары хәл итә. Рәсәй закондары буйынса хатта яҡшыларҙан һаналмаған ата-әсә лә, башҡа кешеләрҙән айырмалы рәүештә, кескәйҙәрҙе тәрбиәләү өҫтөнлөгөнә эйә. Әгәр әсәй йәки атай ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән булһа, бала опека органдарына тапшырыла.
Суд тарафынан ата-әсәлек хоҡуҡтарынан мәхрүм итеү тураһында ҡарар ҡабул ителгәндән һуң алты ай ваҡыт үткәс, башҡа кешеләрҙең баланы уллыҡҡа алыуы мөмкин. Был осраҡта туғандарға өҫтөнлөк бирелә. Улар был хоҡуҡтан баш тартҡан осраҡта ғына опекунлыҡ хоҡуғы суд тарафынан башҡаларға бирелә. Был осраҡта баланың атаһы менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртырға кәрәктер. Ул да, бәлки, ыңғай яҡҡа үҙгәргәндер.