Бөйөк Еңеүҙең 74-се яҙы етте. Сикһеҙ хөрмәткә лайыҡ һуғыш һәм тыл ветерандары был тулҡынландырғыс көндәрҙә беҙҙең иғтибарға айырыуса мохтаж – яҡшы, йылы һүҙҙәребеҙҙе, рәхмәттәребеҙҙе йәлләмәйек, дуҫтар.
Ошо көндәрҙә Ғафуриҙа ғүмер иткән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Низаметдин Бәҙретдин улы Вахитов 100 йәшен тултырҙы. Уны тотош район халҡы, етәкселек, туғандары, яҡындары ихлас күңелдән тәбрикләне.
Урындағы хакимиәт башлығы Фәнзил Сыңғыҙов ҡотлау һүҙҙәре, тәьҫораттары, теләктәре менән социаль селтәрҙә лә уртаҡлашты.
“Низаметдин Бәҙретдин улы Бөйөк Ватан һуғышын үткән, Еңеүҙе госпиталдә ҡаршылаған һәм өйөнә 1945 йылдың ноябрендә генә әйләнеп ҡайтҡан. Яуҙан һуң да еңелгә тура килмәгән, илде күтәреүгә өлөш индереү өсөн колхозда ал-ял белмәй эшләгән. Биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Һуңғы егерме йылда – тыуған ауылында имам ул.
Лайыҡлы үтелгән ғүмер! Йөҙ йылдың бер минуты ла бушҡа уҙмаған! Маҡсатһыҙ үткән йылдар өсөн аҙаҡ ғазаплы оялыу кисермәҫ өсөн тап шулай йәшәргә кәрәктер ҙә. Һәм был турала бөгөн үк уйларға ваҡыт”, – тип яҙҙы район етәксеһе Фәнзил Фәйез улы.