Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Май 2019, 14:19

Шеф-мөхәррир – реанимацияла

“Беренсе канал”дағы “Тауыш. Балалар” конкурсының шеф-мөхәррире Александр Подъяпольский инфаркт менән дауаханаға оҙатылған.

Фото: start33.ru
Фото: start33.ru
“Беренсе канал”дағы “Тауыш. Балалар” конкурсының шеф-мөхәррире Александр Подъяпольский инфаркт менән дауаханаға оҙатылған.
“Фейсбук”та ҡатыны хәбәр итеүенсә, ире әле реанимацияла.
Бының сәбәбе – яла яғып ғәйепләү тигән фекерҙә социаль селтәрҙән файҙаланғандарҙың бер өлөшө. Подъяпольскийға дәғүәләр “Тауыш. Балалар”ҙың сираттағы еңеүсеһе тип билдәле йырсы Алһыуҙың ҡыҙы Микелла Абрамова танылғандан һуң башланған.


Мәғлүм булыуынса, был еңеү шик аҫтына ҡуйылып, “Беренсе канал” тауыш биреүҙе тикшерергә планлаштырғайны.
Читайте нас: