“Мин кабинетта эшләй торған кеше түгел”
Ҡулайлаштырыу еленең “Ашығыс ярҙам”дың реанимация бригадаларына ла килеп етеүе хаҡында матбуғат биттәрендә күп яҙылды, бәхәс, шау-шыу етерлек булды. Баш ҡаланың Ленин районындағы “Ашығыс ярҙам” ярҙамсы станцияһының реанимация бригадаһы тарҡатылыуы ла халыҡта ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырҙы. Әлеге мәлдә баш ҡаланың үҙәк, төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәрендә медицина персоналы менән тулыһынса комплектланған өс бригада эшләй.
Республиканың башҡа бер ҡалаһында ла, районында ла реанимация бригадаһы юҡ. Уның бурысын дөйөм профилле табип һәм фельдшерҙар атҡарырға тырыша. Ашығыс ярҙам үтә ныҡ кәрәккәндә, йәшәү менән үлем сигендәге ауырыуҙарға ябай фельдшерҙарҙың килеүе лә йәшерен-батырын түгел.Нервы көсөргәнешлеге, һәр саҡ тәүәккәллек, тиҙлек талап иткән, көтөлмәгән хәл-ваҡиғалар эсендә ғүмерен үткәргән медиктар тәүлек әйләнәһенә өфөләр сәләмәтлеге һағында тора.
Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ Көньяҡ ярҙамсы станцияның “Ашығыс медицина ярҙамы” учреждениеһының табип-реаниматологы Игорь Маркович Ғәзизов менән ошо станция гаражы янында осраштыҡ. Моғайын да, автомобиль салонына санитар эшкәртеү менән мәшғүлдәрҙер, пациенттарҙы дауаханаларға илткәндән һуң ҡан-фәлән, бысраҡ ҡалғанда мотлаҡ таҙартыу үткәреү кәрәклеген ишеткән бар.
— Хәйерле иртә, Игорь Маркович!
— Эйе, иртә хәйерлегә оҡшай бөгөн. Шулай булһын.
“Кемдер һыуға батҡан...” тип хәбәр иткәйнеләр. Әле генә саҡырыуҙан ҡайттыҡ. Бәхеткә күрә, ҡарсығына үс итепме, үҙ-ара низағтан һуң йылғаға ташланған 83 йәшлек ҡарт иҫән-имен ҡалды. Өйөнә илтеүебеҙгә, әбейе ҡаршы сығып, бабайына һуҡрана башлауы булды, тегеһе, төп-төҙ атлап, бишенсе ҡатҡа йүгереп менеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙаҡтан ҡыҙыҡ итеп, уйынлы-ысынлы мәрәкәгә бороп һөйләрлек ваҡиғалар йыш осрап тормай.
— Йәшәү өсөн көрәш барған иң сетерекле ваҡиғалар, юл-транспорт фажиғәләре, суицид һәм башҡа күп төрлө бәхетһеҙлек осраҡтары тап һеҙҙең иңегеҙгә төшә торғандыр. Ай-һай, бындай күңелде ҡыра, йөрәкте бөтөрә торған эшкә күнегеп буламы икән?
— Хеҙмәтеңдең, күрер күҙгә салынмаған хәлдә лә, ҡала тормошонда стратегик әһәмиәтле булыуын, үҙеңдең бик тә мөһим бурысты атҡарыуыңды тойоу көс бирә торғандыр. Өҫтәүенә эргәңдә һине күҙ ҡарашыңдан аңлап, һәр нәмәне үҙҙәре белеп эшләй торған, бурыстарын теүәл аңлаған, булдыҡлы, ярҙамсы шәфҡәт туташтары булыуы ышанысты арттыра.
Беҙҙең ғәҙәти тормош үҙенә әллә күпме ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғәнәне, хәл-әхүәлде һыйҙыра, бары юмор ғына ошо ҡаршылыҡтарҙы йомшартыусы үҙенсәлекле “тел” тип иҫәпләйем.
— Юморҙың боронғо грек мәҙәниәтенән тамырланыуы билдәле, әлбиттә. Антик медицинала кешенең торошон дүрт төрлө шыйыҡлыҡ нисбәте — ҡан, лимфа, һары һәм ҡара үт — билдәләүе һәм уның гумор тип аталыуы ла мәғлүм. Тап ошо нисбәт — гумор кешенең сәләмәтлеген, кәйефен билдәләгән, тигән фекерҙе һеҙҙең һүҙҙәрегеҙ ҙә көсәйткәндәй. Көсөргәнеште йомшартыусы ыңғай юмор юҡҡа ғына интеллект билдәһе һаналмайҙыр. Ә нисек яҙмышығыҙҙы ошо ҡатмарлы, тынғыһыҙ өлкә менән бәйләмәксе иттегеҙ?
— Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарындағы “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен бөгөнгөһө менән сағыштырырлыҡ та түгел. Тап ошо йылдарҙа яҙмышымды реанимация менән бәйләнем. Дүртенсе курста уҡығанда уҡ үҙемдең поликлиника йәки дауаханала дүрт стена эсендә түҙеп ултыра алмаясағымды аңлай инем инде. Студент саҡтан санитар хеҙмәтен башҡарҙым, линияға сығыусы “Ашығыс ярҙам”да табип булдым. Шулай итеп, бына 28 йыл реанимация бригадаһында, эште алмаштырырға кәрәк тигән уй башҡа ла инеп сыҡманы. Аҙ ғына хеҙмәт хаҡы түләнгән, автопаркы туҙған, юлдары ҡот осҡос ватыҡ, емерек саҡта ла танау төшөрмәнек, кәйефте боҙманыҡ. “Ашығыс ярҙам”ға хәҙер талаптар ҙа, иғтибар ҙа арта бара.
Станцияла автомобиль булыуы ғына бер ни ҙә аңлатмай. Беренсенән, ул тейешле кимәлдә йыһазландырылған, икенсенән, бөтә аппаратура менән оҫта, оператив эш итә белгән белгестәр менән комплектланған булырға тейеш. Иң мөһиме – унда табип-реаниматолог ҡына үтәргә һәләтле манипуляциялар эшләй алған ысын мәғәнәһендә реанимация бригадаһы булыуы шарт. Әгәр ҙә реанимобилдә фельдшерҙар бригадаһы эшләй икән, быны инде реанимация эшмәкәрлеге тип атап булмай.
— Реаниматолог хеҙмәте лайыҡлы баһаланамы?
— Бер ниндәй дәғүә лә юҡ. Эш хаҡы яҡшы, мин унан сер яһарға йыйынмайым, мәҫәлән, үткән айҙа төрлө өҫтәмә, премиялар менән йөҙ мең һумға етте.
— Автомобилегеҙ өр-яңы күренә, ҡасан алдығыҙ?
— Эйе, былтыр реанимация буйынса бөтә стандарт ғәмәлдәрҙе үтәй алырлыҡ, бик яҡшы йыһазландырылған машина биреп ҡыуандырҙылар. Беҙ бит күп ваҡытыбыҙҙы тәгәрмәс өҫтөндә үткәрәбеҙ, кеше генә түгел, резина тәгәрмәстәр ҙә тиҙ тишелә, “тимер ағзалар” ҙа сафтан сыға. Үпкәне яһалма елләтеү, препараттарҙы ваҡытында организмға индереү, йөрәккә массаж яһау һәм башҡа манипуляциялар өсөн бөтә нәмә уйланылған. Йылытыусы матрас, уңайлы носилка, һауаны зарарһыҙландырыусы бактерицидлы лампа...
Ошо автомобилдә Өфө дауаханаһына ауыр хәлдә килеп эләккән яҙыусы, публицист, журналист Дмитрий Быковты аэропортҡа оҙатыу осрағы ла беҙҙең иңгә төштө. Бер бригадала эшләгән водителебеҙ Фидан, йәшлегенә ҡарамай, етди, яуаплы булыуы менән ихтирамыбыҙҙы яуланы. Уға ышанырға була!
— Һуңғы осорҙа илдә “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәренә янау, ҡул күтәреү, һөжүм итеү кеүек башҡа һыймаҫлыҡ хәбәрҙәр күбәйҙе. Сәбәбе ниҙә?
— Үкенескә ҡаршы, күңелһеҙ хәлдәргә тарыу осраҡтары элек тә булған, хәҙер ҙә бар. Ялған саҡырыуҙар ҙа етерлек, статистиканан күренеүенсә, йылына 2,5 миллион тирәһе шундай осраҡ теркәлә.
Табиптың үҙен нисек тотоуына, пациент һәм яҡындары менән уртаҡ тел таба белеүенә, профессионаллегенә лә күп нәмә бәйләнгән бит. Ғөмүмән, халыҡ менән эшләй белергә, “Ашығыс ярҙам”дың үҙенсәлектәре тураһында дөрөҫ, тулы мәғлүмәт бирергә кәрәк. Ашығыс ярҙамдың кисектергеһеҙ ярҙамдан ҡайһы яғы менән айырылыуын да күптәр белмәй.
“Ашығыс ярҙам”дың пациентҡа тиҙерәк барып етеүе, дәғүәләр булмаһын өсөн йорттарҙың һәр береһендә төнөн дә асыҡ күренерлек табличкалар булыуы, юлдарҙың төҙөклөгө шарт. Был йәһәттән баш ҡалала яҡшы үҙгәрештәр күҙәтелә башланы, әммә ҡала ситтәрендәге биләмәләрҙә теүәлләйһе эштәр етерлек әле.