“Тиҫтер”, “Атлант” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубтарында шөғөлләнеүселәр, ирекмәндәр Бөйөк Еңеү байрамы алдынан ҡала халҡына Георгий таҫмалары таратты. Был ғәмәл һәр быуын вәкилдәренең күңеленә хуш килде, ололар йәштәрҙең был изге эшенә ҡарата һоҡланыу белдерҙе, рәхмәт әйтте.