Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май 2019, 13:18

Мәсеткә ут төрткәндәр...

Барлыҡ мосолмандар изге Рамаҙан айын ҡаршылағанда, Ишембай районының Кинйәбулат ауылында башҡа һыймаҫлыҡ ваҡиға булды: кемдер ауылдың “Фатиха” мәсетенә ут төрткән.

Барлыҡ мосолмандар изге Рамаҙан айын ҡаршылағанда, Ишембай районының Кинйәбулат ауылында башҡа һыймаҫлыҡ ваҡиға булды: кемдер ауылдың “Фатиха” мәсетенә ут төрткән.


Иман йортона артыҡ зыян килмәһә лә, уның мөнбәре, келәмдәр һәм башҡа йыһаздары янған. Шулай уҡ түбәһе һәм иҙәне зыян күргән.


Хәл 3-нән 4 майға ҡарата төндә булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, урынға янғын һүндереүселәр саҡырылмаған, утты урындағы халыҡ үҙ көсө менән һүндергән.


Хәл буйынса Рәсәй Енәйәт кодексының 167-се статьяһы буйынса эш ҡуҙғатылған. Әлеге мәлдә әүҙемселәр мәсетте тергеҙер өсөн ирекле аҡса йыйыу иғлан иткән. Эйе, изге айҙа аҡса йыйылыр, мәсет тә йүнәтелер, тик бына изге йортҡа ут төрткән әҙәм аҡтығы гонаһын нисек йыуыр икән?


Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Читайте нас: