Шереметьево аэропортында һауаға күтәрелгән ваҡытында “Мәскәү – Мурманск” рейсына сыҡҡан самолет яна башлаған.
Асыҡланыуынса, ул – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең исемен йөрөткән Superjet 100.
Мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр итеүенсә, самолет, яна башлағас, кире ергә ултырған. Бортта 73 пассажир һәм биш экипаж ағзаһы булған. Әлеге мәғлүмәттәр буйынса, ун кешенең ғүмере өҙөлгән, йәнә бишәү йәрәхәтләнгән. Самолет тулыһынса тиерлек юҡҡа сыҡҡан.
Янғын урынында тикшереү бара, авиафажиғә дәлиле буйынса енәйәт эше асылған.