Йәмғиәт
6 Мая 2019, 12:21

Яңы күпер ныҡ булһын

Яңыраҡ Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы республикабыҙҙа үткән Татарстан көндәре ике төбәк араһындағы бәйләнештең ныҡлығын, дуҫтарса мөнәсәбәттең йылылығын тойорға ярҙам итте.

Яңыраҡ Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы республикабыҙҙа үткән Татарстан көндәре ике төбәк араһындағы бәйләнештең ныҡлығын, дуҫтарса мөнәсәбәттең йылылығын тойорға ярҙам итте.


Ике туғандаш республикалар өлгөһөнә эйәреп, райондар ҙа дуҫлыҡ күперен нығытмаҡсы, араларҙы яҡынайтмаҡсы. Күрше республиканың Аҙнаҡай районынан ҙур делегация Баҡалы районына иң яҡшы ниәттәр, мәҙәниәт саралары, матур, күңелле программа менән ҡунаҡҡа килде. Тәүге осрашыу райондың башҡорт ауылы Яңы Тымытыҡ һәм татар ауылы Иҫке Тымытыҡты бәйләгән дуҫлыҡ күперендә үтте. Ҡунаҡтарҙы хужалар ҡабарып бешкән түтәрәм икмәк, башҡорт милли аҙыҡтары менән ҡаршы алды. Йыр-бейеү, уйын-көлкө яңғырап торҙо. Сараның төп өлөшө ике район араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу менән тамамланды.



Фото: Баҡалы районы хакимиәте сайтынан.



Читайте нас