Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Май 2019, 17:14

Ҡара сиңерткә уяна

“Россельхозцентр”ҙың Башҡортостан филиалы белгестәре республика баҫыуҙарында саранчалар булыу-булмауға мониторинг үткәрә башланы. Әлегә улар Хәйбулла районы баҫыуҙарын өйрәнгән.

“Россельхозцентр”ҙың Башҡортостан филиалы белгестәре республика баҫыуҙарында саранчалар булыу-булмауға мониторинг үткәрә башланы. Әлегә улар Хәйбулла районы баҫыуҙарын өйрәнгән.


Барлығы 3335 гектар ер тикшерелгән. Ҡара сиңерткә 75 гектарҙа асыҡланған.


“Россельхозцентр”ҙың Хәйбулла район-ара бүлеге начальнигы Вил Рәхмәтов белдереүенсә, ҡышлауҙан һуң саранчаның 40 процентының тере булыуы, 60 процентының үлеүе асыҡланған.


– Төрлө сирҙәр менән зарарланған йомортҡалар барлығы күренде. Буштарын ҡырмыҫҡалар ашаған. Бөгөнгә ҡарата Азия күсмә саранчаһы ҡарышлауыҡтары табылманы, – ти ул.


Был йүнәлештәге эш артабан да дауам итәсәк, белгестәр мониторингты даими уҙғарырға планлаштыра. Силәбе һәм Ырымбур өлкәләрендә ҡара сиңерткә ҡарышлауыҡтарының терелеүе теркәлгән. Ҡоротҡостоң үрсеү-үрсемәүе һауа торошонан торасаҡ.


Фото: helionews.ru
Читайте нас: