Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Май 2019, 17:50

Балаларҙы үлемдән кем ҡотҡарған?

Кисә төндә Ҡалтасы районының Ҡалтасы ауылында ла янғын сыҡҡан. Килеп еткән янғын һүндереүселәр, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте вәкилдәре һәм полицейскийҙар ағас йортто ут ялмағанын күрә. Бер сәғәттән ул һүндерелә.

46 йәшлек ирҙең тәне бешә, ул табиптар ҡулына тапшырыла. Әммә унда йәшәгән ғаилә ағзалары, шул иҫәптән ике бала, иҫән ҡала.

Кем ҡотҡарған уларҙы? Янғынды иҫкәртеү ҡулайламаһы! Уның тауышына уянған кешеләр ваҡытында яна башлаған өйҙән сығып өлгөрә. Белеүебеҙсә, бындай приборҙарҙы имен булмаған, ярҙамға мохтаж күп балалы, 2018 йылдың 1 ғинуарынан сабыйы тыуған ғаиләләргә бушлай бирәләр, тик уның батарейкаларының көсө барлығын даими күҙәтеп торорға, талап ителгәндә алмаштырырға кәрәк.

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сайтынан.

Читайте нас: