– Кипрға барып килергә ине, – тине бер көн танышым, — бик маҡтайҙар, дуҫтар яңыраҡ ял итеп ҡайтты.
Бындай һүҙҙәрҙе элек тә ишеткеләй инем, тик ни өсөндөр ул утрауҙа булып ятҡан вәзғиәттәргә әллә ни иғтибар итмәгәнмен. Барғанмы – барған, Кипрғамы – Кипрға. Бына “Юлдаш” радиоһы ла “Өфө” футболсылары Кипрға юлланды” тип хәбәр тапшыра. Республика матбуғатында ла ҡайһы Кипр икәнен аныҡламай ғына хәбәрҙәр баҫтырғылайҙар.
Ә был юлы ҡайһы бер нәмәләр хаҡында хәбәрҙар инем инде, шуға күрә һорау бирҙем:
Танышым аптырап ҡарап китте:
Яңыраҡ ҡына Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте (Республикаһы) тураһында мәҡәлә яҙғайным, шуға бер аҙ аңлатма бирерлек мәғлүмәттәрем бар ине. Ғәмәлдә, 1974 йылдан һуң утрау өс өлөшкә бүленгән: 60 процент майҙаны Кипр Республикаһы властары контролендә – бында күберәк гректар йәшәй, 38 проценты — Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте (Республикаһы) биләмәһендә, ике проценты — Британия хәрби көстәре контролендә.
Кипр Республикаһында 1 142 575 кеше иҫәпләнә. Баш ҡалаһы — Никосия.
Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәтенең халҡы яҡынса 295 мең кеше тәшкил итә. Күп өлөшө — этник төрөктәр, улар ике йәмғиәттән тора: урындағы кипр (ҡыпрыҫ) төрөктәре (өстән бере самаһы) һәм Анатолия (Анадолу) төрөктәре, Төркиәнән күсеп килгәндәр (өстән икеһе). Шулай уҡ үҙ анклавтарында ҡала алған аҙ һанда кипр гректары (юнандар) һәм марониттар бар.
Баш ҡалаһы — Кипр Республикаһыныҡы кеүек үк, йәшел һыҙат менән бүленгән Никосия (Лефкоша) ҡалаһы, әммә административ үҙәге булып Фамагуста ҡалаһы тора.
Йөмһүриәт Кипрҙың башҡа яғынан буфер зонаһы менән айырылған. Утрауҙы ике секторға бүлгән “Йәшел һыҙат”ты Кипрҙа тыныслыҡ һаҡлаған БМО Ҡораллы көстәре контингенты һаҡлай.
Кипр утрауында йәшәгән төрөктәрҙең 1960 йылдарҙа башлаған бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәше емеше ул Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте. Уны бөгөнгә Абхазия Республикаһы һәм Төркиә генә рәсми рәүештә таныған.
Көсөргәнештәр тыуып торһа ла, Кипр Төрөк Йөмһүриәтенә туристар ағымы артҡандан-арта бара. Күрәһең, таныштарымдың дуҫтары тап шунда барғандыр. Ниндәйҙер изге әүлиә бар, имеш, тип сәфәр ҡылып ҡайтыусылар ҙа осрай.
Кипр төрөктәренең бер йыры иҫтә ҡалған:
Кыпрызыһы – кипрлы, кырмызыһы (ҡырмыҙы) – ҡыҙыл.
Бына шулай, дуҫтар, ҡыҙыл яңаҡлы ҡыпрыҙы ҡыҙҙар — Кипр Республикаһынан бигерәк, Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте ҡыҙҙарылыр ул.
Кипрға йыйынаһығыҙ икән, ҡайһыһына йыйынғанығыҙҙы белеп барығыҙ, дуҫтар, – Кипр Республикаһынамы, әллә Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәтенәме.