Дәүләкәндәге шәхси йортта бөгөн төндә сыҡҡан янғын өс кешенең, шул иҫәптән ике баланың, ғүмерен өҙҙө.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ут сығыу тураһында мәғлүмәт алыу менән урынға янғын һүндереүселәр йүнәлтелә. Уттың 24 квадрат метр майҙанды ялмауы асыҡлана, уны төнгө сәғәт 3-тә һүндерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1989 йылғы ҡатындың, уның 2009 һәм 2013 йылғы балаларының үле кәүҙәләре табыла.
Фажиғә урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов сыға. Әлеге мәлдә эксперттар янғындың сәбәптәрен асыҡлай.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.