Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Май 2019, 12:35

“Илде һаҡлайым” тигән һөнәр бар

Хәрбиҙәрҙең кәләштәре лә хеҙмәт итә, тип юҡҡа әйтмәйҙәр.

Хәрбиҙәрҙең кәләштәре лә хеҙмәт итә, тип юҡҡа әйтмәйҙәр.


Башҡортостандың хәрби комиссариаты – илебеҙҙә һәр йәһәттән дә алғы сафта. Яҡташтарыбыҙҙы бүтәндәргә өлгө итеп ҡуялар, барыһы ла уларға тиңләшергә теләй. Улар бихисап проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашыра. Мәҫәлән, ватандаштарыбыҙ беренселәрҙән булып Йәш армия хәрәкәтен ойошторған. Унда бөгөн яҡынса ун мең үҫмер шөғөлләнә. Бында тормош ҡайнап тора: төрлө иҫтәлекле урындарға йөрөйҙәр, музейҙарға сәфәр ҡылалар, хәрби частарға алып баралар, ветерандар менән осрашыуҙар йыш үтә. Ҡыҫҡаһы, йәштәр күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләүгә баҫым яһайҙар.
Тарихи ваҡиға яҡынлаша – 9 Майҙа Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығын киң билдәләйәсәкбеҙ. Шул уңайҙан Башҡортостандың Хәрби комиссары, “СССР-ҙың Ҡораллы Көстәренә – 70 йыл”, II дәрәжә

“Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытҡан өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, Салауат Юлаев ордендарына лайыҡ булған генерал-майор Игорь ХАРЧЕНКО менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Игорь Михайлович, атай-әсәйегеҙҙең кем булыуы, бала саҡ һәм үҫмерлек осороғоҙ тураһында һөйләгеҙ әле.

– Һәр кешеләй, үҙемдең атай-әсәйемә ихтирам менән ҡарайым. Минең ғәзиздәрем, ғәрәсәтле һуғышты һәм ҡот осҡос аслыҡты баштары аша үткәргән кешеләр булараҡ, икмәктең ҡәҙерен белде, Ватаныбыҙға оло хөрмәт менән ҡараны, һәр атҡан аяҙ таңға шатланып йәшәне. “Һуғыш” – бик мәкерле һүҙ, шуға күрә мине бер ҡасан да “киләсәктә кем булырмын?” тигән һорау борсоманы. Тыуған илемде һаҡлаясағымды бәләкәйҙән аңлап үҫтем.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда, атайым да, әсәйем дә саҡ 20 йәште тултырған булған. Икеһе лә иҫәбе-һаны булмаған михнәттәр кисергән. Атайым 1939 йылда илебеҙҙең Ҡораллы Көстәренә алынған. Ул рядовойҙан башлап өлкән лейтенант дәрәжәһенә хәтлем күтәрелгән, бер нисә тапҡыр яраланған, контузия алған, әллә күпме наградаһы бар. Ә инде тыныс тормошта Луганск өлкәһендә (хәҙер – Ворошиловград) йәшәнеләр, әсәйем иһә һуғыш ваҡытында ла, унан һуң да хәрби госпиталдә шәфҡәт туташы булды.
Бүтән совет балалары шикелле, мин дә бик бәхетле осорҙа йәшәнем. Пионер галс­тугы таҡтым, Яңы йылда ғына булһа ла мандарин ашап рәхәтләндем, шулай уҡ башҡа шатлыҡтарға төрөнөп буй еткерҙем. Өсөнсө баламын, минән 10 йәшкә өлкәнерәк ағайым һәм унан бер йәшкә кесерәк апайым бар. Сәкән һуҡҡанды, туп типкәнде, волейбол уйнағанды оноторлоҡ түгел. Ә инде турникта “ҡояш яһау”ҙы егетлеккә тиңләнек.
Мәктәптән тура хәрби училищеға уҡырға индем. Был 1974 йылға тура килеп, ул саҡта миңә 17 йәш ине. Конкурс бик ҙур, уның ҡа­рауы, медицина комиссияһын үтеү имти­хандағы билдәгә ҡарағанда күпкә мөһимерәк иҫәпләнде. Быларҙы тиккә генә һөйләмәйем, кемдәр яҙмышын хәрби тормошҡа арнарға теләй, шулар “мыйыҡтарына ураһын...”
– Һеҙ ҡайһы хәрби училищены тамамланығыҙ?

– Советтар Союзы маршалы И.И. Якубовский исемендәге Киев юғары танк инженерҙар училищеһында биш йыл уҡыным. Беҙ, курсанттар, дәрестә машина төҙөлөшөн генә өйрәнмәнек, ә “тимер ат”ҡа нисек идара итеү һәм уны рәтләү, шулай уҡ төрлө хәрби шарттарҙа танк кеүек ҡеүәтле техника менән мөғәмәлә итеү серенә лә төшөндөрҙөләр. Был һөнәрҙе һайлағанһың икән, һауа шарттары ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, һәр саҡ хәрәкәттә булырға тейешһең, ваҡытында ҡушылған ергә барып етергә кәрәк, физик әҙерлегең ныҡ булырға тейеш. Әлбиттә, кабинетта теорияға баҫым яһала, даими рәүештә шартлы һуғыш яланына ла сыҡтыҡ.
Һалдат кейемен кейгәс тә, үҫмер иртәнге күнекмә, спорт-масса эштәре, сафта йөрөү, көн тәртибе, ҡарауылда тороу һәм башҡа шуның кеүек бихисап төшөнсәләр менән таныша. Йоҡонан уяныу, иртәнге һәм киске тикшереүҙәр, отбой, устав ятлау, марш-бросоктар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Училищела уҙғарған йылдарҙы һүҙ менән генә һөйләү мөмкин түгел, хәрби тормоштоң эсендә ҡайнағандар уны яҡшы аңлай. Армияла егеттәр ир ҡорона инә, ил һаҡсыһына әйләнә, үҙенең туғандарын, ғаиләһен һәм буласаҡ балаларының тыныслығын һаҡлау ише изге бурысты үтәй. Әле хеҙмәт ваҡытын 12 айға ғына ҡалдырҙылар, шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер егеттәрҙең ҡурҡаҡ ҡуянға әйләнеүе шаҡ ҡатыра. Ил һағына баҫыу урынына әсәләренең ҡуйынына һыйыныуҙары һис кенә лә аңлашылмай.
1995 йылда Мәскәүҙә Советтар Союзы маршалы Р.Я. Малиновский исемендәге Ленин һәм Октябрь революцияһы ордендары менән бүләкләнгән бронялы танк ғәскәрҙәренең Краснознаменный акаде­мияһын тамамланым.


– Һеҙ хәрби хеҙмәткә 50 йылығыҙҙы бағышлағанһығыҙ. Ә бына һуңынан, танк инженерҙары училищеһын тамамлағас, яҙмыш елдәре ҡайһы тарафтарға илтте?

– 1979 йылда офицер дәрәжәһен алғас, минең алда һайлау мөмкинлеге торманы, бынан һигеҙ мең километр алыҫлыҡта ятҡан Амур өлкәһенең “Возжаевка” станцияһына оҙаттылар. Унда взвод командиры вази­фаһын йөкмәттеләр. Үҙемдең үҫмерлек максимализмым һәм тәрән белемем менән батальон командирына хатта былай тип тә ысҡындырғанмын: “Нисек икәнен белмә­йенсә, миңә эшләргә ҡамасауламағыҙ!” Уйлап ҡараһаң, ошонан һуң карьерам боҙолорға тейеш. Дөйөм алғанда, аңлаштыҡ, бигерәк тә батальон командирының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары менән партия ойошмаһының секретары хәлемә инде. Ә инде бер йылдан һуң юғары үрләттеләр: Благовещенск, Белогорск, Көньяҡ Сахалинск, Хабаровск, Омск, Чита, Новосибирск ҡалаларында хеҙмәтемде дауам иттем, хатта Алжир, Йемен һымаҡ илдәргә ышанып ебәрҙеләр. Унан инде Башҡортостанға юлландым.
2016 йылдың 1 авгусынан – Өфөлә, әлеге яуаплы вазифала. 24 августа командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов булған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының байрағын Башҡортостандың Милли музейына тапшырыу тантанаһы ойошторолдо. Шайморатов минең тыуған яғым – Луганск өлкәһенең Петровское ҡалаһында ерләнгән. Әйткәндәй, ҡатыным батырҙың исемен йөрөткән мәктәпте тамамлаған.


– Һеҙҙең ныҡлы тылығыҙ – ул ғаилә...

– Ысынлап та, тормошомдо ғаиләмдән тыш күҙ алдына ла килтерә алмайым. Һөйөклө ҡатыным менән 40 йыл бергә — михнәтен дә бергә кисерҙек, ҡаҙаныш­та­рымды үҙенекеләй ҡабул итте. Хәрбиҙәрҙең тормошо ултыраҡ түгел, һәр ваҡыт тегендә-бында күсенеп йөрөйһөң. Ҡайҙа ғына йәшәмәнек, түҙемлеге өсөн уға ҙур рәхмәт. “Хәрбиҙәрҙең кәләштәре лә хеҙмәт итә” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ике ҡыҙыбыҙ ҙа юғары белем алды, яратҡан һөнәрҙәре буйынса эшләйҙәр, биш йәшлек ейәнебеҙ үҫә.


– Игорь Михайлович, һеҙҙе яҡын­ла­шып килгән ҙур байрам менән ҡайнар ҡот­лайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ, илебеҙ тыныслығы һағында тороуы­ғыҙға ҙур рәхмәт!
Читайте нас: