Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2019, 11:42

Батыр ҡайтты тыуған еренә

Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән Сәйет Йәрмөхәмәтовҡа Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылында мемориаль таҡтаташ асылды.

Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән Сәйет Йәрмөхәмәтовҡа Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылында мемориаль таҡтаташ асылды.


Сәйет Шәймөхәмәт улы 1908 йылда тыуған. Төплө һүҙле, һәр эште еренә еткереп башҡарған тынғыһыҙ кеше була ул. Юҡҡамы ни уны тирә-яҡ ауылдарҙы берләштергән колхозға рәйес итеп һайлап ҡуялар. Әүҙем егет урындағы комсомол ойошмаһын ойоштора, секретарь була. Һуғыш башланғас, Сәйет Шәймөхәмәт улын бронь биреп райкомға эшкә алалар. Тыуған ереңде фашист итеге бысратҡанда ирмен тигән ир тыныс тормошта йөрөй аламы! Уҙаман фронтҡа алыуҙарын һорап, хәрби комиссариат юлын тапай башлай. Тиҙҙән ул теләгенә ирешә – уны фронтҡа оҙатырға барлыҡ ауылдаштары, ишеткән-белгәндәр күрше ауылдарҙан да килә.

Ҡатыны Зәбирә апай өс балаһы менән тороп ҡала. Ә ҡорһаҡтағы сабыйы 1942 йылдың 9 майында донъяға ауаз һала. Малайға Зимфир тип исем ҡушалар. Әлеге таҡтаташты асыуға “атай” һүҙен әйтеүҙән мәхрүм булған улы Зимфир ҙур көс һала.


Сәйет батыр тәүҙә Алкин ҡасабаһында хәрби әҙерлек үтә. Артабан фронтҡа оҙатыла. Тәүге көндәрҙән үк сержант Йәрмөхәмәтовтың орудие расчеты батырлыҡ өлгөһө күрһәтә. 1942 йылдың 6 июлендә улар, тревога буйынса хәрби алышҡа күтәрелеп, дошманға һөжүм аса. Фашист уты яуып тороуға ҡарамаҫтан, улар тәүлек әйләнәһенә бирешмәй. Һалдаттар команданы үҙ ваҡытында һәм аныҡ үтәй – дошмандың көсө баҫтырыла. Әйткәндәй, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яугире Сәйет Йәрмөхәмәтовтың тәүәккәллеге менән дошмандың миномет батареяһы ҡыйратыла, хәрби йөк тейәлгән өс машинаның көлө күккә оса. Баҫҡынсыларға ҡаршы һуғышта ныҡышмалылыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө өсөн Сәйет Йәрмөхәмәтов “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.