Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2019, 20:30

“Беҙ евроконтейнерға күнектек”

“Сүп-сар реформаһы” төрлө төбәктәрҙә төрлөсә үтә. Был йәһәттән алдынғылар араһында Октябрьский ҡалаһы ла бар.

“Сүп-сар реформаһы” төрлө төбәктәрҙә төрлөсә үтә. Был йәһәттән алдынғылар араһында Октябрьский ҡалаһы ла бар.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, бында реформа ун йыл элек үк башланған. Шуға күрә евроконтейнерҙар Октябрьскийҙа әллә ниндәй яңылыҡ түгел, ә нормаға әйләнгән күренеш.


Ғәҙәти контейнерҙар янына эре габаритлы сүп өсөн бункер, пластик һәм алюмин һауыттар йыйыу өсөн айырым контейнерҙар, хатта көнкүреш сүп-сарға тәғәйенләнгән махсус һауыттар ҡуя башлағандар.


– Беҙ бындай евроконтейнерҙарға өйрәнеп тә барабыҙ инде. Сүп-сар элекке кеүек һауытынан ашып ҡойолоп ятмай, әллә ниндәй алама еҫтәр ҙә бик килмәй. Ғөмүмән, ҡарап тороуға ла улар йәмлерәк күренә. Йортобоҙ янына уны бер нисә ай элек кенә ҡуйғайнылар, әле барыһы ла ҡәнәғәт, – ти Октябрьский ҡалаһында йәшәгән Марат Баймирзоев.


Йыл һайын ҡалала 60 мең тонна самаһы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыла. Шуға күрә быға тиклем булған сүп-сарҙы сортировкалаусы комплекс янына сүп-сарҙы сортировкалаусы линия яһап ҡуйғандар. Ул йылына 40 мең тоннаға тиклем ҡаты коммунль ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүгә һәләтле.


“Экология Т” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төбәк операторы директоры Илнур Шакиров әйтеүенсә, һуңғы ике йыл эсендә күп фатирлы йорттар янындағы иҫкергән металл контейнерҙарҙы евроконтейнерҙарға алмаштырып бөткәндәр. Хәҙер сиратта шәхси сектор тора. Яҡын арала бында ла был эш башланасаҡ.



Фото: asmo-rb.ru
Читайте нас: