Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2019, 11:30

Премияға кемдәр лайыҡ?

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия 2019 йылға фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһына конкурста ҡатнашыуға түбәндәге эштәрҙең индерелеүе тураһында хәбәр итә

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия 2019 йылға фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһына конкурста ҡатнашыуға түбәндәге эштәрҙең индерелеүе тураһында хәбәр итә:


1. М.Ф. Маликов. “Танып белеү сыға­наҡтары 4-се том. Төбәк хоҡуғының генетик нигеҙҙәре (Башҡортостан Республикаһы материалдары буйынса); “Башҡортостан Республикаһының конституцион ҡануниәте: мониторинг һөҙөмтәләре буйынса һығымталар һәм тәҡдимдәр”; “Башҡортостан Республикаһы конституцион хоҡуғының заманса проблемалары” монографиялары.

Башҡорт дәүләт университеты тарафынан тәҡдим ителгән.


2. И.И. Вәлиев. Мостай Кәримдең тормошо һәм ижады тураһында хеҙмәттәр циклы.

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы тарафынан тәҡдим ителгән.


3. М.А. Нартайлаков, А.Х. Мостафин, В.С. Пантелеев. “Бауыр, үт юлдары, ашҡаҙан аҫты биҙе ауырыуҙарын дауалауҙың юғары технологиялы алымдарын ғәмәлгә индереүгә һәм клиник ҡулланыуға инновациялы ҡараштар”.

Башҡорт дәүләт медицина университеты тарафынан тәҡдим ителгән.


4. Л.А. Лузгин, Ф.Р. Исмәғилев, И.В. Зарембо. “Ғәмәли һәм фундаменталь тикшеренеүҙәр нигеҙендә сәнәғәт тармаҡтары өсөн перспективалы электротехник комплекс­тарҙы үҙләштереү”.

Өфө дәүләт авиация техник университеты тарафынан тәҡдим ителгән.


5. А.А. Берлин, В.П. Захаров, Д.А. Жаворонков, В.З. Минғәлиев, И.Ш. Насиров. “Циглер-Натт катализаторҙарының полеүҙәк­леген көйләүҙең яңы алымын сығарыу һәм сәнәғәттә ҡулланыу”.

Башҡорт дәүләт университеты тарафынан тәҡдим ителгән.


6. Л.А. Ғайсина, Р.Р. Кәбиров, Н.В. Суханова, А.И. Фазлетдинова, Л.М. Сафиуллина. “Биотехнология өсөн ресурстар сығанағы булараҡ Башҡортостан ылымыҡтары һәм цианобактериялары коллекцияһын төҙөү”.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан тәҡдим ителгән.


7. Р.М. Ғәҙиев. “Молекуляр электроника ҡулайламалары өсөн квант үлсәмле органик структуралар”.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан тәҡдим ителгән.


8. Р.А. Вәлиуллин, Р.Ф. Шәрәфетдинов, А.Ш. Рамаҙанов, В.Я. Федотов, Р.К. Яруллин. “Индукция йоғонтоһо нигеҙендә углеводород ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙең һуңғы стадия­һында скважиналарҙың һәм ҡатлам­дарҙың торошон диагностикалауҙың яңы технологияһы”.

Башҡорт дәүләт университеты тарафынан тәҡдим ителгән.


9. В.Н. Саттаров, Р.Р. Кистанова, Д.З. Шәрәфетдинов. “Урта рус тоҡомона ҡараған заманса бөрйән популяцияһы бал ҡортоноң морфологияһын һәм экологияһын баһалау”.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан тәҡдим ителгән.


10. Н.М. Ҡолбахтин. “Биш китапҡа ингән һайланма хеҙмәттәр”.

Башҡорт дәүләт университеты тарафынан тәҡдим ителгән.


11. Р.Н. Бәхтизин, Г.Г. Гилаев, С.Н. Греков, В.А. Докичев, С.С. Злотский. “Углерод-кремнезем сорбенттарҙы тикшереү, улар нигеҙендә техноген ҡалдыҡтарҙы утилләш­тереү (эшкәртеү) технологияһын булдырыу”.

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы тарафынан тәҡдим ителгән.


12. М.Ә. Әйүпов, М.Н. Иҫәнбаев, Ф.С. Фәйзуллин, А.Х. Мәхмүтов, М.М. Ҡолшәрипов. “Башҡортостан Республикаһы: заманса үҫештең көнүҙәк мәсьәләләре”. Монография ике томда.

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы тарафынан тәҡдим ителгән.


13. Б.А. Аҙнабаев. “ХVII быуатта һәм ХVIII быуаттың башында башҡорт йәмғиәте”.

Башҡорт дәүләт университеты тарафынан тәҡдим ителгән.
Читайте нас: