Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2019, 23:55

Таусыларҙың боҙҙа бейегәне

“Таусы” боҙ һарайында Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының 65 йыллыҡ юбилейына арналған “Боҙҙа бейеү” конкурсы үтте.

Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты сайтынан.
Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты сайтынан.
“Таусы” боҙ һарайында Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының 65 йыллыҡ юбилейына арналған “Боҙҙа бейеү” конкурсы үтте.


Унда предприятиеның 15 хеҙмәткәре ҡатнашты.
Ике ай дауамында конкурсанттар төп эштәренән һуң боҙ һарайында көн һайын шөғөлләнеп, боҙҙа бейеү буйынса оҫталығын камиллаштырҙы.


Конкурстың финалы бик мауыҡтырғыс, күңелле үтте. Гран-приға комбинаттың әйҙәүсе иҡтисадсыһы Илдар Зәйнуллин ҡатыны Ксения менән бергә лайыҡ булды. Яңғыҙ бейеүҙә иң яҡшыһы тип Үҙйылға руднигы машинисы Айнур Байғаболов танылды. Хужалыҡ келәте цехы хеҙмәткәре Эльвира Оканова ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренселекте яуланы.
Барлыҡ ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: