Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2019, 20:35

Владимир Путин байрам менән ҡотланы

Владимир Путин Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығы айҡанлы Әзербайжан, Әрмәнстан, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Молдавия, Тажикстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан, Абхазия, Көньяҡ Осетия лидерҙарына һәм граждандарына, шулай уҡ Грузия һәм Украина халҡына ҡотлау хаттары ебәрҙе.

Ҡотлауҙарында Рәсәй башлығы бөйөк байрам көнөндә беҙ тыуған ерҙең азатлығын һаҡлап ҡалған, донъяны фашизм агрессияһынан ҡотҡарған ватандаштарыбыҙҙың тиңһеҙ батырлығын оло ихтирам менән иҫкә алабыҙ, тип билдәләй.

– Беҙ һуғыш яланында илбаҫарҙарға ҡаршы алышҡан һәм тылда фиҙакәр хеҙмәт иткән батырҙарҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Дөйөм бурысыбыҙ – уларҙың ҡаһарманлығын һәм һанап бөтөргөһөҙ ҡорбандар хаҡында һис ҡасан да онотмау, ветерандарға хәстәрлек һәм иғтибар күрһәтеү, – тип билдәләй Рәсәй Президенты ҡотлауында.

Владимир Путин барлыҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, тыл эшсәндәренә ихлас рәхмәт һүҙҙәрән еткерә, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, тыныслыҡ һәм именлек теләй.

#ВладимирПутин

Читайте нас: