Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2019, 14:16

Ямғырҙа ла асфальт һаласаҡтар

Транспорт-төҙөлөш комплексының ғилми-тикшеренеү институты асфальт һалыуҙың яңы стандарты проектын эшләгән. Әйтеүҙәренсә, яңы юл полотноһы үҙенсәлекле, уны хатта көйһөҙ тәбиғәт шарттарында ла түшәп буласаҡ.

“Коммерсантъ” гәзите белдереүенсә, яңы проектҡа ямғыр ҙа, ҡар ҙа, һыуыҡ та ҡамасау түгел, бары ҡойма ямғырҙарҙың, һалҡын киҫкен елдәрҙең генә булмауы шарт. Әлегә ГОСТ буйынса фекер алышыу бара, бәлки, көҙгә уны раҫлап та өлгөрөрҙәр.

Фото: ru.wikipedia.org сайтынан.
Читайте нас: