Йәмғиәт
9 Май 2019, 08:53

Байрам йәмен ебәрмәйек

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы республика халҡына һәм туристарға май байрамдарында айырыуса һаҡ булырға, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәктә янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә.

“Көндәр эҫе тора, ауыл хужалығы, шәхси йорт һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәре биләмәләрендә янғындарҙың артыуы күҙәтелә, урмандар яна. Тәбиғәткә төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян килтерелә, янғында халыҡтың мөлкәте янып юҡҡа сыға. Ҡоро үлән янған майҙан 7400 гектар тәшкил итте, 800 гектар урман уттан зыян күрҙе”, — тине видеомөрәжәғәттә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы начальнигы эске хеҙмәт генерал-майоры Марат Латипов.
Янғынға ҡаршы махсус режим осоронда усаҡ яғыу, ауыл һәм ҡала округтары биләмәләрендә, коллектив баҡсаларҙа, предприятиеларҙа янғын хәүефе сығыу көслө булған эштәр башҡарыу ҡәтғи тыйыла, тип билдәләне ул.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған һәм янғынға юл ҡуйған өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған.
Читайте нас