Тап шулай ти Өфө ҡалаһының 166-сы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре. Бөйөк Еңеү көнөнә арналған сарала кескәйҙәр бейеп-йырлап, шиғыр һөйләп кенә ҡалманы, айт-два баҫып һалдаттарса ғорур атлап йөрөнө, һуғышта ҡатнашҡан олатайҙарының портреттарын күтәреп, үҙ “Үлемһеҙ полк”ын булдырҙы.
“Алдан һәр бер төркөмдә совет һалдаттарының батырлыҡтары тураһында әңгәмәләр үткәрҙек, хәтер китаптары эшләнек, балаларҙың эштәренән ижади күргәҙмәләр ойошторҙоҡ”, – тине тәрбиәселәр.
“Ерҙән һалдат атлай”, “Һалдат булам”, “Шайморатов генерал”, “Катюша” кеүек хәрби-патриотик йырҙарҙан тыш, балалар “Атта саба малайҙар”, “Нурлы баласаҡ” йырҙарын яңғыратты, ихлас бейене. Һәр береһенең йөҙөндә – тантаналы ғорурлыҡ, һәр береһе олатайҙарының портреттарын юғары күтәргән.
Ата-әсәләр үҙ балаларына тыныслыҡтың ҡәҙерен, Еңеү байрамының бөйөклөгөн аңлатыу буйынса оло эш атҡарған 166-сы башҡорт балалар баҡсаһы коллективына һәм етәксеһе Гөлсара Шамил ҡыҙы Килдеғоловаға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп таралышты.