Бөйөк Еңеү көнө уңайынан Учалы ҡалаһында ла парад һәм тантаналы митинг ойошторолдо. Меңәрләгән учалылар “Үлемһеҙ полк”та ҡатнашты.
Бөгөн районда 23 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаулыҡтары насар булыу сәбәпле, уларҙың күбеһе байрамға килә алманы. Еңеү һалдаттары хөрмәтенә йөрәктән сыҡҡан йылы һүҙҙәр әйтелде, оло ихтирам тойғоһо еткерелде.
Учалы районынан Бөйөк Ватан һуғышында 13,5 мең һалдат ҡатнаша, уларҙың туғыҙ меңдән ашыуы яу яланында ятып ҡала. Тыуған ерен һаҡлап һәләк булғандар иҫтәлегенә әлеге сарала бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде, Дан стелаһына сәскәләр һалынды.
Еңеү парадында мәктәп уҡыусылары, ҡаланың предприятие-учреждениелары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты, хәрби техника ла үтте.
Учалы артистары бай йөкмәткеле концерт программаһы әҙерләгәйне – йыр-моң урғылып торҙо. Мәҙәниәт һәм ял паркында теләгәндәр һалдат бутҡаһы менән һыйланды, сауҙа нөктәләре эшләне.
Байрам асыҡ һауала “А зори здесь тихие “ фильмын ҡарау менән тамамланды.