Йәмғиәт
9 Мая 2019, 10:21

Радий ХӘБИРОВ: “Беҙҙең бурыс – халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы, һуғыш һәм хеҙмәт батырлыҡтары тураһындағы иҫтәлекте һаҡлау”

8 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны.

8 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Унда һуғыш, тыл һәм хеҙмәт ветерандары саҡырылғайны. Төбәк етәксеһе йыйылыусыларҙы тәбрикләп, былай тине:


– Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл эшсәндәре! Хөрмәтле иптәштәр!

Илебеҙ Совет халҡының фашистик Германияны еңеүенең 74 йыллығын билдәләй. Барыбыҙҙы ла ошо оло байрам менән ихлас ҡотлайым!


Ошо залда шул осорҙағы героик ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан ветерандарыбыҙҙы күреү айырыуса тулҡынландырғыс. Бөгөн улар бында ҡаһарманлыҡ традицияларын лайыҡлы дауам иткән ватанды йәш һаҡлаусылар менән бер сафта.


9 Май ябай иҫтәлекле көн генә түгел, ул халҡыбыҙҙың бөйөк батырлығына оло ихтирамды сағылдыра. Башҡортостан халҡы бөтә ил менән бергә фронттарҙа, завод, фабрикаларҙа, баҫыуҙарҙа һәм төҙөлөштәрҙә, медсанбаттарҙа һәм госпиталдәрҙә ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Республикабыҙҙан 700 меңдән ашыу яугир фронтҡа киткән, шуларҙың 322 меңе, йәғни яртыһы тиерлек, яу яуланынан әйләнеп ҡайтмаған. Бөгөн беҙ һуғыштарҙа башын һалғандарҙың, яраларҙан һәләк булғандарҙың, концлагерҙарҙа яфалап үлтерелгәндәрҙең яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ. Күптән түгел арабыҙҙан киткән ветерандарҙы ла онотмайбыҙ. Батырҙарҙың исемдәре йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Бер минутҡа тын ҡалып, уларҙы иҫкә алыуҙы үтенәм.

Хөрмәтле иптәштәр!


Башҡортостан яугирҙәре Сталинград эргәһендә һәм Курск дуғаһында дошманды ҡыйратты, Мәскәүҙе һәм Ленинградты һаҡланы, Ҡырымды, Украинаны, Белоруссияны, Кавказды, Балтик буйын, Европа илдәрен азат итте, Берлинды штурмланы, милитаристик Японияға ҡаршы һуғышты.


Башҡортостан һуғыш йылдарында йөҙҙәрсә мең эвакуацияланған кешене ҡабул итте, бөтә ерҙә ойошторолған госпиталдәрҙә яралыларҙы дауаланы. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 200-гә яҡын предприятие урынлаштырылып, эшләй башланы. Фронтҡа мотор, боеприпастар, яғыулыҡ, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым өҙлөкһөҙ оҙатылды. Өфөлә Гитлерға ҡаршы коалицияның төп мәғлүмәт үҙәге – Коминтерн урынлашты. Бында Генштаб академияһы, Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академия, хәрби училищелар, төп вуздар һәм ғилми үҙәктәр эшләне.


Республикабыҙҙан 200 меңдән ашыу һалдат һәм офицер орден, миҙалдар менән бүләкләнгән. Шуларҙың 278-е Советтар Союзы Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ булған, ә летчик-штурмлаусы Муса Гәрәев ике тапҡыр Герой булған. 39 яугир – Дан орденының тулы кавалеры. Беҙ Александр Матросов, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, Әхәт Әхмәтйәнов, Наталья Ковшова, Мәғүбә Сыртланова, Клавдия Абрамова, Николай Киселев, Миңлеғәле Шайморатов, Таһир Күсимов, Ғәзи Заһитов, Даян Мурзин һәм Ватаныбыҙҙың башҡа йөҙҙәрсә мең ул һәм ҡыҙҙары менән һәр саҡ ғорурланасаҡбыҙ.


Бурысыбыҙ – ауыр һынауҙы үтеп, яуыз дошман менән үлемесле алышта еңеп сыҡҡан халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы, һуғыш һәм хеҙмәт батырлыҡтары тураһындағы иҫтәлекте һаҡлау.


Тиҫтә йылдар үткәс, Еңеү һалдаттарының улдары һәм ейәндәре, интернациональ бурыс үтәп, “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә батырлыҡ күрһәтте. Башҡортостандан 24 яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Афғанстанда һуғышҡан 3500-ҙән ашыу яугир, Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан 1200-ҙән ашыу кеше дәүләт наградалары алды. Сүриә Республикаһындағы террорсыларға ҡаршы көрәшкән яҡташыбыҙ, подполковник Данила Емельянов Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Шунда уҡ һуғышҡан Александр Филимонов үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына тәҡдим ителде.

Хөрмәтле иптәштәр!


Ошо байрам көндәрендә ҡала, ауылдарыбыҙ айырыуса тантаналы төҫ алды. Парктарҙа һәм майҙандарҙа бала саҡтан таныш булған хәрби йырҙар яңғырай. Күңелдәрҙе Бөйөк Еңеү өсөн оло быуынға рәхмәт һәм ғорурлыҡ хистәре биләй.

Һәр ғаиләнең үҙенә генә хас батырлыҡ тарихы бар. Иртәгә республикала тиҫтәләрсә мең кеше фронтовик туғандарының портреттарын тотоп, “Үлемһеҙ полк” рәттәрендә барасаҡ. Мин дә олатайым – рядовой Барый Латип улы Хәбировтың портретын тотоп ошо сафҡа баҫасаҡмын. Ул һуғышты аҙағына тиклем үтеп, уны Монголияла тамамлаған.

Хөрмәтле дуҫтар!


1945 йылдың иҫтәлекле майынан беҙҙе ете тиҫтәнән ашыу йыл айыра. Ҡот осҡос һуғышты белмәгән яңы быуындар донъяға килә. Совет халҡының планетаны фашизмдан ниндәй хаҡ түләп ҡотҡарып ҡалыуын улар ҙа аңлаһын, ошо ҡаһарманлыҡ тураһындағы иҫтәлекте киләһе быуындар өсөн дә һаҡлаһын ине. Ә бит балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ Бөйөк Еңеү мираҫынан мәхрүм ҡалыуы ла ихтимал ине. 1990 – 2000 йылдарҙа Көнбайышта Икенсе донъя һуғышы тарихын ҡайтанан яҙырға маташыуҙарын, фашизмды еңеүҙә Ҡыҙыл Армияның һәм Совет халҡының хәл иткес әһәмиәтен кәметергә тырышыуҙарын хәтерләйһегеҙҙер. Кешелек тарихында ҡан ҡойғос һуғыш тураһындағы изге иҫтәлеккә хыянат итеүҙән дә насарыраҡ нимә бармы икән?


Беҙ ялған һүҙ һөйләүселәргә ҡәтғи ҡаршылыҡ күрһәтеп, быуындар өсөн Еңеүҙең һәм ысын батырҙарҙың бөйөклөгөн һаҡлап ҡалған ил Президенты Владимир Владимирович Путинға рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Рәсәйҙәрҙең йәш быуыны, беҙҙең кеүек үк, Бөйөк Ватан һуғышында халҡыбыҙҙың тиңһеҙ батырлығы тураһындағы иҫтәлекте һаҡларға, хәҡиҡәтте яҡларға, тарихты боҙоп күрһәтергә тырышыуҙарға кәртә ҡуйырға тейеш. Михаил Ломоносовтың “Үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ” тигән һүҙҙәрен оноторға ярамай.


Ҡәҙерле дуҫтар!

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Еңеү яҙы шаһиттары арабыҙҙа кәмегәндән-кәмей бара. Фронтовиктарҙың һәм тыл эшсәндәренең күбеһе әле 90 йәштән үткән. Брест ҡәлғәһен һаҡлаған, һуғыштан һуң 40 йыл Нуриман районының Байгилде ауылы лицейына етәкселек иткән Ришат Сәлих улы Исмәғилев ошо көндәрҙә 99 йәшен билдәләне. Өфөлә герой-фронтовиктар Сәйфетдин Әкрәм улы Әкрәмов һәм Хәмит Ғәҙи улы Ваһапов йәшәй. Уларҙың икәүһенә лә быйыл 104 йәш тулған.


Бәләбәйҙән 93 йәшлек Ғәбдрәүеф Сәләх улы Гәрәев 9 майҙа һуғыш йылдарында дошманға ҡаршы һуғышҡан “Т-34” танкында йөрөргә хыялланған. Ҡариҙел ауылында постаментта торған легендар танк әле лә төҙөк, йыл һайын Еңеү байрамында ҡатнаша. 75 йылдан һуң Ғәбдрәүеф Сәләх улы хәрби машинаға йәнә ултырҙы. Тимәк, элекке ҡаһарман яугирҙәр әле лә сафта.


Хөрмәтле ветерандарыбыҙға һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйек! Ҡәҙерле фронтовиктар һәм тыл эшсәндәре, һеҙҙең алдығыҙҙа ихтирам менән баш эйәбеҙ.


Тағы ла бер тапҡыр ошо бөйөк байрам менән барығыҙҙы ла ихлас ҡотлайым. Һеҙгә тыныс күк йөҙө, бәхет, сәләмәтлек, именлек һәм изгелек теләйем!

Байрам менән һеҙҙе! Бөйөк Еңеү көнө менән!


Фото: БР Башлығы сайтынан



Читайте нас