Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Май 2019, 16:20

Венаға барғың килһә...

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткәргән “Транспорт сәғәте”ндә Өфө менән Австрияның баш ҡалаһы Вена араһында тура авиация бәйләнешен ойоштороу мәсьәләһе тикшерелде.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткәргән “Транспорт сәғәте”ндә Өфө менән Австрияның баш ҡалаһы Вена араһында тура авиация бәйләнешен ойоштороу мәсьәләһе тикшерелде.


Башҡортостандың баш ҡалаһынан Европа иленә рейстар 3 июндән асыла. “ЮТэйр” авиакомпанияһы самолеттары аҙнаһына ике тапҡыр – дүшәмбе һәм йома көндәрендә осасаҡ. Билет хаҡы алты мең һумдан башлана.


Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, төп маҡсат – авиарейстарҙың аҡса йәһәтенән үҙ-үҙен аҡлауына өлгәшеү. Республикабыҙ Австрия менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә башлай. Унда Башҡортостан вәкиллеген асыу күҙаллана. Радий Хәбиров халыҡҡа шенген визаһы алыуҙы еңелләштереү өсөн Өфөлә Австрия йәки Германияның консуллыҡ учреждениеһын асыу мәсьәләһен тикшереү бурысын ҡуйҙы.


Фото: Polet.me.