Шаран районында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары реформаһын тормошҡа ашырыу Туймазы ҡалаһының “Экология Т” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән берлектә алып барыла.
Район үҙәгендә һәм ауылдарҙа 300 сүп-сар йыйыу контейнеры урынлаштырылған, тағы 272 берәмеккә заказ бирелгән. Уларҙы ҡайһы ергә урынлаштырыуҙы халыҡ дөйөм йыйылыштарҙа үҙе хәл итә. Әлеге ваҡытта район үҙәгендә сүп-сар көн һайын, ә ауылдарҙа аҙнаһына бер йәки ике тапҡыр махсус техника ярҙамында йыйып алына. Шаран ауылында ҡыйҙы айырып йыйыуҙы ғәмәлгә индергәндәр, киләсәктә был алымды тағы ла киңерәк ҡулланылышҡа сығармаҡсылар.
Сүп-сар өсөн түләү мәсьәләһе лә әкренләп яйға һалына бара.
– Был йәһәттән “Экология Т” йәмғиәте район етәкселеге менән берлектә әүҙем аңлатыу эштәре алып барҙы. Йәмғиәт Шаран ауылында үҙенең вәкиллеген булдырҙы, һорауҙар тыуған осраҡта һәр кем уларға шәхсән мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ ҡайҙа ниндәй ҡытыршылыҡ тыуыуын “Инцидент” системаһы аша белеп, шунда уҡ мәсьәләне хәл итеү сараһын күрәбеҙ, – тип һөйләне район хакимиәтенең хоҡуҡ, кадрҙар һәм мәғлүмәти эш бүлеге начальнигы Айҙар Сәғитов.
1 сентябрҙән Шаран районы мәктәптәрендә уҡыусылар өсөн экологик мәҙәниәт буйынса әңгәмәләр, осрашыуҙар ойоштороу күҙаллана. “Йәш быуын бәләкәйҙән йыйыштырған ерҙә түгел, ә ҡыйламаған урында таҙа булыуын аңлап, экологик йәһәттән юғары мәҙәниәтле булып үҫергә тейеш”, – тигән изге маҡсатта башҡарыла был эштәр.