Халҡы күсеп китеп, юҡҡа сыға башлаған, йорттары иҫкерә барған бер ҡала етәкселеге йыл башынан 100-ләп өйҙө һәр береһен яҡынса 75 һумға һатыуға ҡуйған. Яҡын арала тағы 400-ө сауҙаға сығарыласаҡ.
Италияның Сицилия өлкәһендәге Муссомели ҡалаһы Палермонан 200 километр алыҫлыҡта ята. Ул – боронғо тораҡ. Элек кеше йәшәгән мәмерйәләре, сиркәүҙәре, Урта быуат замоктары менән дан тота ул. Унда һатыуға ҡуйылған йорттарҙың майҙаны төрлөсә, әммә улар урынлашҡан ҡалҡыулыҡтан тирә-яҡҡа, диңгеҙгә матур күренеш асыла.
Буласаҡ хужаларға шундай талап ҡуйыла: бер йыл эсендә һатып алынған өйҙә капиталь ремонт эшләргә. Бер евроға ғына алһаң да, бер квадрат метрға уртаса ете мең һум аҡса түгергә тура киләсәк. Тимәк, тотош биләмәгә бер миллион һумдан артыҡ сумма китәсәк.
Әгәр был талапты үтәмәһәң, залог рәүешендә индергән 512 мең һум аҡсаңды кире ҡайтармаясаҡтар. Шуныһы яҡшы: ҡала властары архитекторҙар һәм инженерҙар ярҙамы вәғәҙәләй.