Зәлифә Төлкөбай ҡыҙы һәр көндө рәхмәт хисе менән ҡаршылай.
Халҡыбыҙға хас бихисап матур сифаттарҙы – тыйнаҡлыҡты, әҙәплелекте, эшһөйәрлекте үҙендә туплаған һоҡланғыс ханым ул Зәлифә Ситдыҡова. “Шөкөр, эшләгән урынымда һәр ваҡыт хөрмәтле булдым, ғаиләмдә бәхетлемен”, – ти бөтә аңлы ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған уҡытыусы. Бөгөн ул һил бәхетенә риза булып, тормош юлдашы Сәлимйән Хәмзә улының ныҡлы терәген тойоп, балаларының, ейәнсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып йәшәй, һәр яңы көндө оло рәхмәт хисе менән ҡаршылай.
Белорет районының Бирҙеғол ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ өләсәй-олатайҙарынан, әсәһенән халыҡ педагогикаһына, изге дин ҡанундарына таянған көслө, матур тәрбиә ала.
– Сәйҙә өләсәйем ауыл халҡына дини һабаҡ биргән. Хәбиәхмәт, Ғиниәт олатайҙарым да оло хөрмәткә лайыҡ кешеләр ине. Әсәйемдең әсәһе – Латифа өләсәйемдең тәрбиә өлгөләре, фәһемле хикәйәттәре, ҡарһүҙҙәре ғүмерлеккә иҫтә ҡалды. Урманға еләккә барһаҡ, ул хатта сәскәләргә лә “собханалла” тип бағыр ине. Бала саҡтан бына шундай ипле, итәғәтле кешеләр уратыуында, уларҙың аҡыллы кәңәштәрен күңелемә һеңдереп буй еткерергә яҙҙы. Минең булмышыма, холҡома уларҙың тәьҫире көслө булды. Әсәйем беҙҙе, өс ҡыҙын, үҙ өлгөһөндә хеҙмәт һөйөргә, намыҫлы йәшәргә, тәртипкә өйрәтте. Уларҙың быуынының фиҙакәрлегенә хайран ҡалам. Әсәйемә “халыҡ дошманы ҡатыны” тигән нахаҡ ғәйепте күтәрергә, шул сәбәпле иң ауыр эштәрҙе башҡарырға, тормош михнәттәрен күп татырға тура килә. Әммә ул көслө рухы, эшһөйәрлеге менән был һынауҙарҙы лайыҡлы еңеп сыға, – тип әңгәмәсем яҡындарын оло хөрмәт һәм ихтирам хисе менән иҫкә алды.
Зәлифә Татлы, Инйәр мәктәптәрендә тырышып уҡып, урта белемгә эйә була. Бала саҡтан күрше-тирә балаларын теҙеп ултыртып, уҡытыусы булып уйнап үҫкән ҡыҙ хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә.
Зәлифә Төлкөбай ҡыҙы хеҙмәт юлын Казадаевка ауылының рус мәктәбендә башлай. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, коллективта хөрмәт ҡаҙанып, балаларҙың һөйөүен яулап өлгөргән уҡытыусыны директор урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Тиҙҙән уны Стәрлетамаҡтағы В.И. Ленин исемендәге 2-се мәктәп-интернатҡа эшкә саҡыралар. Ул саҡта был белем усағында эшләү үҙе бер мәртәбә һанала. Бай тарихлы, матур традициялары, көслө уҡытыу һәм тәрбиә алымдары менән данлы мәктәптә ең һыҙғанып эшкә тотона Зәлифә Ситдыҡова. 1924 йылда етем балалар өсөн махсус асылған белем усағында ул саҡта – уҙған быуаттың 70-се йылдарында ла ата-әсә ҡарауынан мәхрүмдәр күп була.
– Бигерәк тә ял көндәрендә ауыр була торғайны. Ата-әсәле уҡыусылар ғаиләһенә ҡайтып китһә, йә ул мөйөштә, йә был мөйөштә шым ғына илаған балаларҙы күреп, йөрәгем һыҙыла, уларҙан йәшереп кенә үҙем дә илап алам, – тип хәтирәләргә бирелә Зәлифә Төлкөбай ҡыҙы.
Артабан уға Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәғариф бүлегендә эшләргә тура килә. Бында ла ул үҙен яуаплы, алдына ҡуйылған бурысты теүәл башҡарған, маҡсатҡа ынтылыусан хеҙмәткәр итеп таныта, шуға күрә лә үҙе эшләп киткән В.И. Ленин исемендәге 2-се мәктәп-интернатҡа директор кәрәккәс, был яуаплы вазифаны тап Зәлифә Төлкөбай ҡыҙына ышанып тапшыралар.
Директор вазифаһындағы 13 йыл 13 көндәй генә үтеп китә. Зәлифә Ситдыҡова етәкселек иткән йылдарҙа быға тиклем дә республика мәғарифы тормошонда айырым урын тотҡан белем усағы тағы ла юғарыраҡ киңлектәргә сыға. Лицей статусы алыу уҡытыу кимәлен ҙурыраҡ баҫҡыстарға күтәреү мөмкинлеген бирә. Төрлө конкурстарҙа гранттар яулау матди базаны нығытыуға – тулыһынса йыһаздарҙы, спорт ҡорамалдарын яңыртыуға юл аса. Мәктәпте алтын һәм көмөш миҙалға тамамлаған, Берҙәм дәүләт имтихандарында юғары бал йыйған уҡыусылар һаны бермә-бер арта. Директор ханым балаларҙың ижади һәләтен асыуға ла ныҡлы иғтибар бирә: бейеү түңәрәге гөрләп эшләй, күптәр журналистикаға ылыға, уҡыусыларҙың ижади эштәре әленән-әле республика баҫмаларында баҫыла.
“Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте” тигәндәй, талантлы педагог, абруйлы етәксе Зәлифә Төлкөбай ҡыҙының тырышлығы, фиҙакәрлеге тейешенсә баһалана: ул “Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы”, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була, “Фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. 2010 йылда Халыҡ-ара конгресс-күргәҙмәһендә ҡатнашып, Рәсәй Фән һәм мәғариф министрлығының дипломын алып ҡайта.
– Эшләгән йылдарымда һәр ваҡыт изге күңелле, эскерһеҙ ярҙам ҡулы һуҙған кешеләр осрап торҙо. Сәйфулла Ғөбәйҙулла улы Наҙарғолов, Риф Рәхим улы Тажиев, Риф Абдулла улы Дәминев, Ғәфүр Лотфулла улы Һәйетҡолов, Флүр Әмир улы Шаһисолтанов кеүек ир-азаматтарға күңелемдә оло рәхмәт хисе һаҡлайым. Директор булып эшләү осоромда Стәрлетамаҡ ҡалаһының төрлө предприятие етәкселәре лицей-интернатҡа һәр саҡ ярҙам итә килде, – тип күптәргә оло ихтирамын һәм хөрмәтен белдерҙе Зәлифә Төлкөбай ҡыҙы.
Оҙаҡ йылдар абруйлы мәғариф учреждениеһын лайыҡлы етәкләүендә, коллективы менән яңынан-яңы үрҙәр, ҡаҙаныштар яулауында ғаиләһенең һәр ваҡыт терәк-таяныс булыуы ла әһәмиәткә эйә булғандыр. Хәләле Сәлимйән Хәмзә улы – һөнәре буйынса төҙөүсе. Тырышлығы, фиҙакәрлеге менән хеҙмәт баҫҡыстарын уңышлы үткән, ғаиләһенең ныҡлы терәге һәм таянысы булған ир-уҙаман ул. Татыу ғаиләлә Лилиә исемле ҡыҙ һәм Ринат исемле ул буй еткерә. Бөгөн улар икеһе лә тормошта үҙ урынын табып, гөрләтеп донъя көтә, балалар үҫтерә. Лилиә Сәлимйән ҡыҙы Стәрлетамаҡ районы хакимиәтендә яуаплы вазифа биләй, Ринат Адвокаттар коллегияһында эшләй. Ҡазан университеты студенты Рената менән III класта уҡыған Динә – бәхетле өләсәй менән олатайҙың көтөп алған ҡәҙерле ҡунаҡтары.
Бер нисә йыл элек Ситдыҡовтар Өфө ҡалаһына күсергә хәл итә. Уларҙың нур уйнап торған ҡотло йортоноң ишеге туғандары, яҡындары өсөн һәр ваҡыт асыҡ, бында йылы һәм яҡты, сөнки йорт хужаларының күңелендәге ихласлыҡ һәм йылылыҡ һәр кемгә етә.