Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Май 2019, 18:28

Үкенергә тура килмәгәйе...

Һеҙҙең тормошоғоҙ — бары һеҙҙеке.

Һеҙҙең тормошоғоҙ — бары һеҙҙеке.


Көн һайын беҙ ниндәй ҙә булһа ҡарарға киләбеҙ, нимәлер хәл итәбеҙ, ә иртәгәһенә ул хаҡта бөтөнләй хәтерләмәүебеҙ ҙә ихтимал. Үҙебеҙ ҡасандыр хәл иткән мәсьәләләрҙең эҙемтәләрен киләсәктә күҙәтеү мөмкинлегебеҙ ҙә юҡ.


Ҡағиҙә булараҡ, үҙебеҙҙең уйҙарыбыҙға, тормош тәжрибә­һенә, һиҙемләүебеҙгә, яҡында­рыбыҙҙың кәңәштәренә таянып, дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүебеҙгә ныҡ ышанабыҙ. Уларҙың бит ҡайһы береһе, ысынлап та, беҙгә өр-яңы мөмкинлектәр аса, тормошобоҙҙо еңеләйтә. Әммә хаталы аҙымдарҙың, уйламай ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың ғүмер буйы күңелде өйкәп тороуы ла ихтимал. Байтаҡ йылдар үтеүенә ҡарамаҫтан, кеше үҙенең ҡасандыр эшләгән хаталы аҙымы хаҡында үкенес белдереп, йыш ҡына ошо мәсьәләгә яңынан әйләнеп ҡайтып, уңалмаған яраларын йәнә ҡуҙғыта башлай.


Үкенестәрҙең сәбәбе күп инде. Дыуамал йәшлек, тәжри­бә­һеҙлек, ҡыйыуһыҙлыҡ, ике­ләнеүсәнлек, баҙнатһыҙлыҡ, “тормош барыһын да үҙ урынына ултыртыр әле” тип, хәлде төҙәтеү өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләмәү, үҙ яйына ҡуйыу аҙаҡ беҙҙе үкендертә лә инде. Тәбиғи, тормошта бөтә хаталарҙан да ҡотолоу мөмкин түгел, әммә башҡа кешеләрҙең тәжрибәһенә таянып, ҡартлыҡта мотлаҡ үкендерәсәк ҡайһы бер аҙымдарҙы яһа­маҫҡа булыр ине. Психологтар әйтеүенсә, улар – тап ғүмер буйына йөрәккә тынғы бирмәй, физик һәм психик сәләмәтлекте эстән ҡаҡшатҡан хаталарҙың 99 проценты. Шулай итеп, һеҙҙең ҡартлыҡ көнөндә нимәгә үкенеүегеҙ ихтимал?


Телевизор алдында күп ваҡы­тығыҙҙы әрәм-шәрәм иткәнгә, моғайын да, үкенергә тура килер. Буш, мәғәнәһеҙ сериалдар, ток-шоу, сәйәсмәндәрҙең “һүҙ бутҡаһы” бик ҡиммәтле ваҡыты­ғыҙҙы сарыф итте. Ә һеҙ уны файҙалы шөғөлгә, балалары­ғыҙҙы, ейәндәрегеҙҙе тәрбиәләү­гә, йөкмәткеле ял итеүгә йүнәлтә ала инегеҙ.


Ысынбарлыҡтағы тормошо­ғоҙ­ҙо виртуаль мөнәсәбәттәргә алмаштырыуығыҙ ҙа йәл тойолор, социаль селтәрҙәрҙә, форум һәм блогтарҙа өҙлөкһөҙ аралашыуҙың ысын, ғәмәлдәге донъя түгеллеген һуңлап аңларһығыҙ.


Йәш, көслө сағығыҙҙа сәлә­мәт тормош алып барыуға иғ­тибар бирмәүегеҙ, хәҙер килеп, йәнегеҙҙе көйҙөрөр. Әле шул “йомшаҡлыҡтарығыҙҙы” ғәфү итә алмай йонсойһоғоҙ түгелме? Спорт менән шөғөлләнеүҙе гел артҡы планға күсереү, барыһын да “иртәгәгә” ҡалдырыу ғәҙәте­нән ҡотола алмауҙың эҙемтәлә­рен күреп, эсегеҙ боша торған­дыр. Көн һайын самаһыҙ ашау, көн һайын ике сәғәт диванда аунау, көн һайын сираттағы тәмә­ке... ғүмер ҡояшының ваҡытынан иртәрәк байый барыуына сәбәпсе түгелме ни?

Тирә-яғыбыҙҙағы мөхиттең Хоҙай Тәғәлә тарафынан би­релгән бүләк икәнен аңла­ныҡ булһа кәрәк. Нисек уға һоҡ­ланмай, тәбиғәт ҡосағында йөҙ­мәй йәшәлгән? Көндәлек мәғә­нәһеҙ ығы-зығы менән үткән ваҡыт бик йәл. Тыныс күңел, донъя ма­турлығына ләззәтләнеп үткәргән мәлдәре­геҙҙе иҫкә төшөрә алмауығыҙ кәйефегеҙҙе ҡыра торғандыр.


Бөгөнгө белеме менән генә ҡәнәғәтлән­гән кеше, иртәме-һуңмы, үҙенең донъянан артта ҡалғанлығын, әҙәм балаһын тормошта тотоп торған терәктән мәхрүм ите­үен аңлаясаҡ. Был ғәмәл дә бары шәхестең үҙенән тора.


Алһыу таңды ҡаршылау, ҡо­яштың офоҡта ҡыҙарып байы­ғанын оҙатыу өсөн әллә ни ваҡыт кәрәкмәй. Был илаһи тәбиғәт күренештәре бер кемде лә вайымһыҙ ҡалдырмай, ҙур ҡәнәғәтләнеү, һоҡланыу тойғоһо ғына уята. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хозур тәбиғәт күренештәре биргән һөйөнөс­тәрҙе етерлек кисерәбеҙ, тип әйтеп булмай.


Кешеләр ҡартлыҡ осорона аяҡ баҫҡас, “уңыш”, “престиж”, “нормаға ярашлылыҡ” тигән төшөнсәләрҙең әллә күпме кешенең яҙмышына төҙәтә алмаҫлыҡ зыян килтере­үен аңлай башлай. Йәмғиәттә “ала ҡарға”лай айырылып тормаҫ өсөн әйтер һүҙегеҙҙе әйтә алмай, ниндәйҙер эшкә тотонорға уйлағанда, ҡыйыулығығыҙ етмәй ярты юлда туҡтап ҡалыуығыҙ һеҙҙе бөгөн уфтанырға мәжбүр итә түгелме?


Сәскәләй матур бала саҡ осорон тиҙерәк ҡалдырып, өлкәнә­йергә тырышыу мәлен хәҙер көлөмһөрәп иҫкә төшөрәһегеҙ­ҙер. Ә алтын бала саҡ дәүерен­дә нығыраҡ иҫтә ҡалған бәхетле мәл булдымы икән ғүмер юлығыҙҙа? Ҡырҡ, хатта илле йәштә лә бала булып ҡалыу насармы ни? Донъя­ны танып-белеү ҙә зиһенде сафландыра, йәшеренгән һәләт һәм мөмкинлектәрҙе асып, тойғола­рың­ды бөтә ваҡлыҡтарҙан азат итә өлкәнәйгән көнөңдә лә.


Йән дуҫтарығыҙ менән күреш­мәгәнгә күпме ваҡыт үтте, күпме һыу аҡты? Осрашыу теләге бер ҡасан да күңелегеҙҙә һүрелмәһә лә, һеҙ был мәлде файҙалан­манығыҙ, күрешергә ашыҡма­нығыҙ. Дуҫ­лыҡтың ҡәҙерен белегеҙ, ҡәҙерле кеше­ләрегеҙ менән үткәргән минуттар ғүмер буйы һеҙҙе оҙатып йөрөйәсәк.


Юҡҡа-барға үпкәләү, асыу һаҡлау һәм ышанмаусанлыҡ яҡшы тойғоларҙы ла ярлыландырыусан. Әгәр ҙә характеры­ғыҙ­ҙағы ошо кире һыҙаттарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ икән, һеҙгә юғалтылған мөмкинлектәр тураһында уфтанып иҫкә алырға ғына тура киләсәк.

Ғаиләгеҙҙе, яҡындарығыҙҙы тап бөгөн яратырға, йылы һүҙҙәр менән ҡыуандырырға ашығығыҙ. Улар яҡты донъянан киткәндә рәхмәтебеҙҙе белдерергә өлгөр­мәгәнебеҙгә, аҙ ваҡыт бүлгәне­беҙгә үкенергә яҙмаһын.


Тормош шатлыҡ-ҡыуаныстар менән матур. Һәр нәмәнән йыуаныс табырға ынты­лығыҙ, көлөргә тартынмағыҙ. Кеше һүҙенә ҡолаҡ һалыу файҙалы, әммә башҡаларҙың баһаһын күңелегеҙгә яҡын алыу кәрәк­мәй. Һеҙҙең тормошоғоҙ – бары һеҙҙеке, башҡа кешеләрҙең фекере һеҙҙекенә тап килеү-килмәүенә артыҡ иғтибар биреү урынлы булмаҫ.


Бала сағығыҙҙа һеҙгә хас булған күп һәләттәр үҫтерел­мәне, мауығыуҙар онотолдо. Нилектән шулай килеп сыҡты әле? Был һорауға ла оҙаҡ ҡына яуап эҙләүегеҙ ихтимал.


Ҡартлыҡҡа саманан тыш ҡурҡыу тойғоһо хас. Йәшәргә ҡурҡырға ярамай. Ғөмүмән, үрҙә әйтелгән юғалтылған, тормошҡа ашмаған мөмкинлектәр тура­һын­да үкенес белдереү — үҙе бер оло хата.


Яҡты донъянан бер әйберҙе лә үҙебеҙ менән алып китә ал­маясаҡбыҙ. Йәл! Донъя көткәндә күпме әйбер, кейем-һалым, йыһаз, гаджеттар йыйғанбыҙ, күпме ваҡыт, күпме көстө тап ошоға сарыф иткәнбеҙ? Был да һеҙгә йәл түгелме?
Читайте нас: