Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Май 2019, 01:18

Мортаза Рәхимовтың тыуған яғында

Алда хәбәр итеүебеҙсә, Бөйөк Еңеү көнөндә республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимовтың тыуған районында булды.

Олег Яровиков фотолары.
Олег Яровиков фотолары.
Алда хәбәр итеүебеҙсә, Бөйөк Еңеү көнөндә республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимовтың тыуған районында булды.


Мораҡта ул Зәйнәб Биишева исемендәге паркты ҡараны. Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев әйтеүенсә, төҙөлөш былтыр майҙа “Уңайлы ҡала мөхите” маҡсатлы федераль программаға ярашлы башланған. Эш өсөн 2,4 миллион һум бюджет аҡсаһы ҡаралған. “Урал” фондының спонсорлыҡ ярҙамы 6,2 миллион һум тәшкил иткән. Дөйөм төҙөлөш эштәре былтыр башҡарылған.


“Балалар уйын майҙансыҡтары булдырыу тамамлана. Артабан спорт майҙансығы төҙөргә планлаштырабыҙ. Ошонда уҡ Күгәрсендән сыҡҡан Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройҙары аллеялары булдырыласаҡ”, – тине Ғайса Янбаев.


Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, ғаилә менән ял итеү, саф һауа һулау мөмкинлеген биргән ошондай төҙөк парктар һәр район үҙәгендә булырға тейеш.


Артабан республика етәксеһе урындағы халыҡ менән аралашты.

Читайте нас: