Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Май 2019, 20:21

Тамашасыға ярар өсөн баштүбән торорға әҙер

“Таң – иң һөҙөмтәле, яратҡан мәлем”

“Таң – иң һөҙөмтәле, яратҡан мәлем”


Будильник шылтырай... Иртәнге татлы йоҡоно бүлергә йәлләп, күҙҙе лә асырға йыбанып ятҡанда, ҡулдар үҙҙәре лә һиҙмәҫтән пультҡа үрелә. Ә телевизор аша, таңғы сәғәт 7 генә булыуына ҡарамаҫтан, дәртле, ихлас йылмайған алып барыусылар бар республиканы сәләмләй. Эйе, күбебеҙ эш көнөн Башҡортостан юлдаш телеканалындағы “Сәләм” тапшырыуы менән башларға күнеккән. Уның алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы, каналдың интерактив тапшырыуҙар редакцияһы етәксеһе Наил ЮНЫСОВты белмәгән, танымаған кеше һирәктер. Баймаҡ районының бәләкәй генә Әмин ауылы егете менән әңгәмә ҡорҙоҡ бөгөн.



Ҡыҙҙар килә тора, китә тора...


– Таң һарыһынан эшләгән кешеләр өсөн традицион һо­рауҙан башлайыҡ: йоҡонан нисәлә тораһың, Наил? Эшкә ниндәй кәйефтә киләһең?

– Таңғы сәғәт 4.00 – 5-се яртыла. “Сәләм”дә эшләгән йылдарымда ошо график шул тиклем ҡаныма һеңгән. Уға ҡатыным да, балаларым да өйрәнеп бөткән, бергәләп яраҡлаштыҡ. Йоҡларға иһә киске 10-дан ҡалһам, кеше түгелмен, иртән дә кәйефһеҙ уянам. Әйткән­дәй, эфир булмаған саҡта ла, ял көндәрендә лә иртә торорға ғәҙәтләнгәнмен. Ғөмүмән, таң – иң һөҙөмтәле, яратҡан мәлем. Яҡшы кәйефтә уянам да көләм, ҡыуанам. Кискә ҡарай көсөм бөтә килә, 10-да батарейкам ултыра (көлә – авт.).
– Телевидениеға нисек килеп эләктең? Һин “Сәләм”дең оҙаҡ йылдар алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы, һәр ваҡыт шунда кеүекһең.

– 2005 йылда булды ул хәл, Башҡорт дәүләт университетын тамамлап ҡына торған кисәге студент инем. Хеҙмәт юлымды “Юлдаш” радиоһында башланым, аҙаҡ эште телевидение менән бергә алып киттем. “Сәләм”де алып барыуыма 14 йыл ваҡыт үтеп тә киткән икән. Алып барыусы бурысынан әллә үҙемде үҙем бушата алмайым, әллә мине бушата алмайҙар, аңламайым (йылмая – авт.). Ҡыҫҡаһы, әле һаман зәңгәр экрандар аша халыҡҡа хеҙмәт итеүемде дауам итәм. Был тапшырыуҙағы эш менән минең икенсе, яңы тормошом башланды һәм инде 14 йыл һалынған тәртип, ҡалып менән бара.
– Иртән күп кешенең кәйефе булмай. Ә һеҙгә, алып барыу­сыларға, ҡараһаң, һәр ваҡыт йылмайып ҡына ултыраһығыҙ, кәйефегеҙ ҙә бик күтәренке кеүек. Тормошта ла оптимисмы һин, әллә иртәнге тапшырыуҙа эшләү быны талап итәме?

– Оптимист, әлбиттә! Экранда үҙемде кәртәлә тоторға тырышам әле. Артыҡ көлөргә, хихылдарға ярамай бит. Сама белеп, һәүетемсә генә “эфир дилбегәһен” тартып, халыҡ өсөн эшләргә ғәҙәтләнгәнмен.
– Һин тапшырыуҙарҙы төрлө ҡыҙҙар менән алып бараһың. Көн һайын тиерлек бергә ултырырға тура килә. Ялҡытып китмәйҙәрме?

– Ҡыҙҙар килә тора, китә тора ул. Фаягөл Дәүләтйәрова менән байтаҡ ҡына эшләнек, әле Ғәлиә Вәхитова менән “ултырыу”ға биш-алты йыл булғандыр. Был арала ул декрет ялында ла булып алды. Ғөмүмән, 14 йыл эсендә күп ҡыҙ­ҙарҙы алмаштырҙым мин. Ҡатын-ҡыҙға рәхәт ул, декретҡа китеп ял итеп алалар ҙа, дәртләнешеп, кире киләләр. Ирҙәр генә алһыҙ-ялһыҙ эшләй (йылмая – авт.). Береһе китте, икенсеһе килде тип артыҡ төшөнкөлөккә бирелмәйем, артыҡ ҡыуанмайым да. Тормош шулай һәүетемсә дауам итә.
– Тура эфирҙа эшләгәс, ҡыҙыҡлы хәлдәр күп булып торалыр?

– Бесәйгә – көлкө, сысҡанға – үлем, тигәндәй. Тамашасыға көлкө ул, беҙгә иһә ҡыҙғаныс. Дөрөҫөн әйткәндә, бындай мажаралы, ҡы­ҙыҡ­лы хәлдәр элек күп була ине. Хәҙер әллә тормош үҙгәрҙе, әллә үҙем етдиләндем. Тура эфирҙа бик бирелеп эшләйбеҙ, илке-һалҡы ултырыу юҡ. Шуға хаталар китмәй тиерлек. Элегерәк йә артыҡ һүҙ ысҡындыра, йә маймылланып ташлай инем. Ваҡыт үтә килә, тәжрибә туплана. Анализ эшләп, һығым­талар яһап, икенсе юлы оятҡа ҡалмаҫ өсөн үҙемде нисек тоторға икәнлеге тураһында уйлана башланым. Ошо йылдар эсендә үҙемә ситтән ҡарарға, хис-тойғоларымды, ҡылыҡтарымды контролдә тоторға өйрәндем.


“Иртән беҙҙе эт тә ҡарамай”


– “Сәләм”де ҡарағанда шуға иғтибар иткәнем бар: ҡайһы бер ҡунаҡтарығыҙҙы тыйып алып булмай, һөйләй ҙә һөйләйҙәр, ә ҡайһы берҙәренән бер ауыҙ һүҙҙе лә тартып-йолҡоп саҡ алаһығыҙ. Ауырмы?

– Алып барыусы – психолог ул. Мин уларҙың эшен бик яҡшы аңлай башланым. Һәр кемдең күңеленә юл табырға кәрәк. Кешене ҡунаҡҡа саҡырғас, бурысыбыҙ – мәғлүмәтте алып, тамаша­сыға еткереү. Эфир һайын беҙ үҙебеҙҙе һуты һығылып бөткән лимон кеүек хис итәбеҙ. “Эйе”, “юҡ” тип баш һелкеп кенә ултырған кешеләр бар. Ғәҙәттә, интервьюға 8-10 минут ваҡыт бүленә. Һин уны тултырырға тейешһең. Тик нисек кенә тырышма, һөйләндереп булмаған кешеләр ҙә осрай. Шуға күрә эфир кәмәһе ҡомға барып терәлде икән, йә музыка ҡуябыҙ, йә резервтағы сюжетты ебәрәбеҙ. Бик булмаһа, тиҙ генә уйын уйнатып алабыҙ, бүләктәр таратабыҙ.
Ҡунаҡтарыбыҙҙың 80-90 проценты тулҡынлана, ҡаушай. Үҙ өлкәһенең яҡшы белгесе, шытырлап башҡортса һөйләшеп торған кешенең дә юғалып ҡалыуы ихтимал, тура эфир шулай уйландырта шул. Беҙгә килер алдынан әңгәмәсебеҙ тулҡынлана, йоҡлай алмай, гримм һөртһәләр, тире аға башлай. Был осраҡта үҙ алымдарым бар. Ҡунаҡты тәүҙә күҙемә ҡаратып йылмайтып алам. Камераға түгел, миңә генә ҡарап һөйләгеҙ, тим. “Иртән беҙҙе этем дә ҡарамай ул” тип тә шаяртам. Шулай бәләкәй бала кеүек әпәүләп, ипкә килтереп алабыҙ геройҙа­рыбыҙҙы. Аҙаҡ эфир үткәс иһә, “бына һеҙҙе дүрт миллион кеше ҡараны, бик шәп һөй­ләнегеҙ” тип бергә­ләшеп еңел һулап ҡуябыҙ.
– Иртүк һеҙҙең тапшырыу беҙҙең экран­дарға килеп етһен өсөн, күпме кеше көс түгә?

– Беҙҙе телевизор аша ҡараған кеше кадр артындағы тормошто белергә тейеш түгел. Һеҙгә барыһы ла яҡшы, сифатлы булып күренһен өсөн беҙ баштүбән торорға ла әҙербеҙ. Бер тапшырыу өҫтөндә 22 кеше эшләй. Һәр өлкәгә бер белгес яуап бирә. Ҡунаҡ ҡаршы алыусынан башлап режиссер­ҙарға тиклем, инженерҙар, техниктар, оператор­ҙар, тауыш режис­серҙары – бик күп оҫталар йәлеп ителгән. Шулай ҙа беҙҙә ғауға, ығы-зығы юҡ, һәр кем үҙ эше өсөн яуаплы һәм шуны теүәл башҡара.
– Ҡунаҡтар йоҡлап ҡалған, килеп етеп өлгөрмәгән осраҡтар буламы?

– Була ғына түгел, улар күп. Хатта алып барыусыларҙың да һуңлағаны бар. Профессиональ ауырыу бар беҙҙең: ҡыш уяныу менән тәҙрәгә ҡарайбыҙ. Буран йә боҙлауыҡ булһа, ҡайғыра башлайбыҙ. Һуңлап булһа ла килеп етеп, тиҙ генә хәбәрен һөйләп киткәндәр ҙә осрай. Әгәр бөтөнләй килмәйҙәр икән, запаста беҙҙең сюжеттар, әҙерләп ҡуйған темалар һәр ваҡыт бар. Ә бына сәбәпһеҙ килмәй ҡалған, шылтыратып та трубканы алмаған ҡунаҡтар булһа, беҙ уларҙы бөтөнләй “ҡара исемлек”кә индерәбеҙ ҙә эфирға оҙаҡ ҡына ваҡыт саҡырмай торабыҙ. Ғөмүмән, беҙгә эләгергә теләүселәр бик күп ул. Был йәһәттән ҡытлыҡ юҡ, шөкөр.


Хәҙер исеме уның өсөн эшләй


– “Сәләм, Республика!” проектын да күптәр яратып өлгөрҙө. Ул артабан да дауам итерме?

– Эйе, ысынлап та, был проектты халыҡ ярата. Ҡайһы саҡта ул төп “Сәләм”дең рейтингын да үтеп китә. Беҙ уны республиканың 100 йыллыҡ юбилейына арнап, райондарҙың тәбиғәт ҡомартҡы­ларын күрһәтеү ниәтенән башлағайныҡ. Проект үҫә килә район һәм ҡалаларҙың шәхестәренә лә арналды. Төбәктәр тапшырыуға ныҡлап әҙерләнә, сәмләнешеп, бер-береһен үтеп китергә тырыша. Беҙгә лә проектты әҙерләп сығарыу ҡатмарлыраҡҡа тура килә. Теге йәки был райондың тарихын, билдәле шәхестәрен белеү мотлаҡ, тейешле фотолар һәм видеояҙ­малар әҙерләү ҙә мөһим.
Уңышлы идеяны дауам итергә булдыҡ, сентябрҙә яңы проект баш­ларбыҙ тип торабыҙ. Ул район­дарҙағы халыҡ таланттарына арналасаҡ. Төбәктең йөҙөк ҡашы булған коллективтарын, артистарын саҡырып, бар республикаға таны­тасаҡбыҙ.
– Башҡа шөғөлдәрең бармы?

– Мин балта оҫтаһы түгел, ҡул эштәренә лә әллә ни әүәҫлегем юҡ. Шуға быларға тотонмайым да. Һәр өлкәнең үҙ белгесе булырға тейеш. Үҙемде һөйләү жанры, тел оҫтаһы тип иҫәпләйем, был йүнәлештә камиллашам. Әйткән­дәй, ҡаушаһам, тотлоға башлайым. Тик үҙем өҫтөндә даими эшләп, быны еңдем, шуға күрә ике телдә – башҡортса һәм русса концерттар, төрлө саралар, һабантуйҙар алып барам.
– Таныйҙармы һине?

– Эйе. Өс йыл самаһы эшләгәс, кеше ныҡлап таный башланы. Ваҡытында исемемде булдырыу өҫтөндә күп тырыштым, хәҙер ул минең өсөн эшләй. Шәхси мәсьә­ләләрҙе, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә исем ныҡ ярҙам күрһәтә. Үҙемде генә ҡайғыртмайым, мөрәжәғәт итһәләр, ҡулымдан килгәнде эшләргә тырышам. Ғәҙәттә, райондан килгән кешеләр, йыш ҡына ярҙам һорап, мөрәжәғәт итә.
– Ғаиләң тураһында ла бер нисә һүҙ ишетке килә.

– Ҡатыным Лилиә шулай уҡ телевидениела эшләй, ул – режиссер. 13 йәшлек ҡыҙым Лиана менән беренсе класта уҡыған улым Инсаф бар. Ғөмүмән, ғаиләм, балаларым менән ғорурланам. М. Кәрим исе­мендәге башҡорт гимназия­һында уҡыйҙар, төрлө бәйге­ләрҙә, сараларҙа ҡатнашалар, призлы урындар яулайҙар. Әйткәндәй, балалар менән ҡатыным шөғөлләнә. Балалар еңеү яулап ҡайтһа, кеше “атаһы Наил тырыштырған” тип уйлай. Тик балаларҙың ижади үҫе­шендә, һәләттәрен асыуҙа ҡатыным “ғәйепле”. Тикшереп, кәңәштәр биреп торам, әлбиттә, әммә әҙерләү, шөғөлләнеү – кәләштең бурысы.
– Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Уңыштар теләйбеҙ һиңә.
Читайте нас: